Иҡтисад
20 Февраль 2025, 17:45

"Смарт-баҡсасы"ға һорауҙарығыҙҙы әҙерләгеҙ

Төп тема ниндәй буласаҡ?

"Смарт-баҡсасы"ға һорауҙарығыҙҙы әҙерләгеҙ"Смарт-баҡсасы"ға һорауҙарығыҙҙы әҙерләгеҙ
"Смарт-баҡсасы"ға һорауҙарығыҙҙы әҙерләгеҙ

Бөгөн “Рәсәй” медиаүҙәгендә баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам итеүгә арналған матбуғат конференцияһы булды.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте идаралығы етәксеһе Петр Клец баҡсасылыҡҡа булышлыҡ итеү юлдары тураһында һөйләне, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына яуап бирҙе.

“Һуңғы өс йылда баҡсаларҙың инфраструктураһын үҫтереү өсөн республика ҡаҙнаһынан 576 миллион һум йүнәлтелде. Был эштәр – юлдарҙы тәртипкә килтереү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, шулай уҡ ширҡәттәрҙең эске структураһын үҫтереү”, – тине вице-премьер.

Матбуғат конференцияһында “Смарт-баҡсасы” форумы тураһында ла һүҙ булды. Ул 28 февралдән 2 мартҡа тиклем Өфөлә үтәсәк.

– Был сара барышында баҡсасылар, баҡсасылыҡ ширҡәттәре рәйестәре миҙгел эштәре алдынан үҙҙәрен борсоған барлыҡ һорауҙарҙы бирә һәм уларға яуап аласаҡ, – тине Илшат Фәзрахманов. – Барлыҡ күҙәтеү органдары вәкилдәре ҡатнашасаҡ, тимәк, бөтә яҡлап консультация биреләсәк. Төп йүнәлеш – газ үткәреү темаһы. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре быйыл бер меңдән ашыу йортто “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырырға вәғәҙә бирә. Артабанғы йылдарҙы ла хәстәрләп, документтар әҙерләй башлау мөһим.

Фотолар республика Хөкүмәте сайтынан.

"Смарт-баҡсасы"ға һорауҙарығыҙҙы әҙерләгеҙ
"Смарт-баҡсасы"ға һорауҙарығыҙҙы әҙерләгеҙ
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас