Иҡтисад
27 Февраль 2025, 17:15

Яңы проекттар тәҡдим ителде

Инвестор күп аҡса сарыф итергә уйлай.

Яңы проекттар тәҡдим ителдеЯңы проекттар тәҡдим ителде
Яңы проекттар тәҡдим ителде

Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең Инвестиция комитеты ултырышында "Инвестсәғәт" үткәрҙе.

Унда сәнәғәттәге һәм социаль йүнәлештәге яңы инициативалар ҡаралды.

Мәҫәлән, Өфө ит-консерва комбинаты директоры Алексей Мочалов предприятиены техник яҡтан йыһазландырыу буйынса тәҡдимдәрен еткерҙе. Инвестор яңы ҡоролма һатып алыу өсөн 225 миллион һум аҡса сарыф итергә уйлай.

Өфө районында бетон етештереү буйынса производство комплексы менән "Башцементстрой" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директор урынбаҫары Рәфил Фәйзуллин таныштырҙы.

Октябрьский ҡалаһында күп функциялы үҙәк өсөн бинаны Руслан Шәфиғулин төҙөргә ниәт иткән. Шулай уҡ бүтән сығыш яһаусылар ҙа ҡыйыу уй-пландары тураһында һөйләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас