Иҡтисад
28 Февраль 2025, 14:45

Башҡортостан - Беларустың берлектәге предприятиеһы теркәлде

28 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «БЕЛАВТОМАЗ» холдингының идара итеүсе компанияһы – «МАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Иванкович етәкселегендәге Беларусь делегацияһы менән осрашты.

Башҡортостан - Беларустың берлектәге предприятиеһы теркәлдеБашҡортостан - Беларустың берлектәге предприятиеһы теркәлде
Башҡортостан - Беларустың берлектәге предприятиеһы теркәлде

28 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «БЕЛАВТОМАЗ» холдингының идара итеүсе компанияһы – «МАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Иванкович етәкселегендәге Беларусь делегацияһы менән осрашты. Көн тәртибендә - сәнәғәт кооперацияһы өлкәһендә яңы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу. Радий Хәбиров ҡунаҡтарға Өфөгә сәфәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм «БЕЛАВТОМАЗ» холдингының башҡорт-белорус мөнәсәбәттәре өлкәһендә айырым урын биләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө трамвай-троллейбус заводы партнерлыҡ килешеүенә ярашлы Минск автомобиль заводы менән берлектә заманса троллейбустар етештерә. Предприятиелар араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү Башҡортостан делегацияһының 2023 йылдың ғинуарында Беларусҡа сәфәре барышында төҙөлдө.

 Белорус делегацияһының әлеге сәфәрендә рәсми рәүештә «МАЗ – УТТЗ электр транспортын үҫтереү биләмәһе" берлектәге предприятиеһы теркәлде. - Бөгөн Белоруссия һәм Башҡортостан сәнәғәте өсөн бик мөһим ваҡиға, беҙ бының өҫтөндә оҙаҡ эшләнек. Хеҙмәттәшлектең уңышлы тәжрибәһе берлектәге предприятие булдырыу өсөн нигеҙ булды. Әгәр холдингтың Өфө трамвай-троллейбус заводы менән үҙ-ара эш итеү тарихын иҫкә төшөрһәк, элек бер нисә генә троллейбус йыйылған. Ә бөгөн беҙ етештергән электр транспорты Рәсәй яңы троллейбустар баҙарында 40 процентты биләй, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Валерий Иванкович Башҡортостан менән хеҙмәттәшлектең мөһимлеген билдәләне һәм республика менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙең ҙур һөҙөмтәләргә килтереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 - Өфө партнеры менән берлектә беҙ 700-ҙән ашыу троллейбус сығарҙыҡ, - тине Валерий Иванкович. - Бөгөн беҙ берлектәге предприятиены теркәнек һәм производствоны киңәйтеү буйынса яңы биш йыллыҡ план әҙерләнек.

Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, заманса ҡала электр транспорты сығарыу буйынса яңы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу Минск автомобиль заводы менән үҙ-ара эш итеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше буласаҡ.

 «БЕЛАВТОМАЗ» холдингының идара итеүсе компанияһы - «МАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Иванкович Башҡортостан менән артабан хеҙмәттәшлек итеү пландары менән уртаҡлашты.

 - Беҙ эштең ике төп йүнәлешен билдәләйбеҙ. Беренсеһе - ғәмәлдәге етештереү ҡеүәттәре сиктәрендә яңы төҙөлөш майҙансығына сығыу.   Икенсе йүнәлеш - сервис үҙәген үҫтереү, – тип билдәләне Валерий Иванкович.

 Өфө трамвай-троллейбус заводының генераль директоры Денис Рассадников берлектәге предприятиены үҫтереү перспективалары тураһында һөйләне.

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов, буласаҡ завод өсөн майҙансыҡ инфраструктураһын проектлау мәсьәләләрендә компания ярҙам күрһәтәсәк, тип билдәләне. Осрашыу аҙағында «МАЗ-РУС» компанияһы (Рәсәйҙә Минск автомобиль заводының рәсми дистрибьюторы), Өфө трамвай-троллейбус заводы һәм Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Мәғлүмәт:https://glavarb.ru/ru/news/event/minskiy-avtozavod-i-ufimskiy-tramvayno-trolleybusnyy-zavod-zaregistrirovali-v-bashkortostane-sovmestnoe-predpriyatie-73823/

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас