Рәсәй Федерацияһында бихисап өҫтөнлөклө милли проекттар (национальный проекты) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың (национальные проекты) һәммәһенең дә төп маҡсаты –граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә был тармаҡҡа айырыуса етди иғтибар бүлә, милли проекттар (национальный проекты) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, "Һөҙөмтәле һәм конкурентлылыҡҡа һәләтле иҡтисад" (национальный проект "Эффективная и конкурентная экономика") тигән милли проекттың йәшәйеште яҡшыртыуға ярҙамы ныҡ ҙур.
Башҡортостандың лизинг компанияһы "Ермолаевка модуль конструкциялар заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә булышлыҡ итергә уйлай. Тенты менән бергә һәм ҙур ҡапҡалары булған бортлы платформа һатып алыуға 6,2 миллион һумлыҡ финанс ярҙам күрһәтеүе шуға асыҡ миҫал. Был турала республикабыҙҙың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында хәбәр иттеләр.
– Ташламалы лизинг бизнесты үҫтереүгә тос өлөш индерә, үҙ сиратында, улар эшмәкәрлеген киң йәйелдереүгә өлгәшә, – тип һөйләй Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. – Был айырыуса бөгөн банктар процент ставкаһын арттырған саҡта отошло, ни тиһәң дә, лизинг финанслауҙы һығылмалы итергә бер аҙым ул.
Шул иғтибарға лайыҡ, ошо йәмғиәт каркаслы ағас конструкцияларҙан модуль ҡоролмалар етештереү буйынса инвестицион проект өҫтөндә эшләй.
Әйткәндәй, һәр кем алдына ҡуйылған барлыҡ маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы үтәй. Һүҙ ҙә юҡ, республикабыҙҙа йәшәгән һәр кешенең тормош-көнкүреш сифатын яҡшыртыуға үҙенә күрә юл ул. Әлбиттә, был йүнәлештә эштәр артабан да дауам ителәсәк.
Ысынлап та, республикабыҙҙа ошо милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн бар уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған.
Фото: скриншот