Иҡтисад
28 Февраль 2025, 16:45

Радий Хәбиров баҡсасылыҡ ширҡәттәре вәкилдәре менән осрашты

Башҡортостан Башлығы республикала Баҡсасылар көнөн раҫларға тәҡдим итте.

Радий Хәбиров баҡсасылыҡ ширҡәттәре вәкилдәре менән осраштыРадий Хәбиров баҡсасылыҡ ширҡәттәре вәкилдәре менән осрашты
Радий Хәбиров баҡсасылыҡ ширҡәттәре вәкилдәре менән осрашты

28 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәре вәкилдәре менән осрашты.

Осрашыуҙа төбәктәге министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ муниципалитеттар башлыҡтары ҡатнашты. Көн үҙәгендә баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәренең үҫеше һәм уларға ярҙам саралары тураһында көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Һүҙ ер участкаларын кадастр иҫәбенә ҡуйыу, баҡсасылыҡ ширҡәттәрен транспорт менән тәьмин итеү, уларҙағы электр селтәрен заманлаштырыу һәм башҡалар тураһында барҙы.

-Дүртенсе йыл баҡсасылыҡ ширҡәттәренә системалы ярҙам күрһәтәбеҙ. Был эшкә бик етди ҡарайбыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Ниндәй темаларҙың борсоуы тураһында беҙгә ишетеүе бик мөһим, әлбиттә. Сөнки баҡсасылыҡҡа ярҙам итеү өҫтөнлөктәрен ихтыяжға ҡарап билдәләйбеҙ.

Ярҙамды күрһәтеү өсөн ширҡәттәр документтарын тәртипкә килтерергә һәм булған инфраструктура объекттарын теркәргә тейеш.

Республиканың баҡсасылыҡ тармағына ярҙам саралары тураһында тулыраҡ вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне. Уның белдереүенсә, 2022 – 2024 йылдарҙа төбәктәге баҡсасылыҡ ширҡәттәре үҫешенә 576 миллион һум аҡса йәлеп ителгән.

Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам итеү саралары тураһындағы мәғлүмәттәр һәм ширҡәттәрҙең үҫеш үҙенсәлектәре тураһында “Минең баҡсам – Башҡортостан” дәүләт мәғлүмәттәр системаһында белешергә мөмкин.

Башҡортостандың Баҡсасылар ассоциацияһы президениты Наталья Овчинникова баҡсасылыҡ ширҡәттәренә системалы ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

Артабан осрашыуҙа ҡатнашыусылар баҡсасылыҡ коммерцияға ҡарамаған ширҡәттәре эшмәкәрлеге тураһында һөйләшеү булды. Ҡырмыҫҡалы районынан “Урман яланы” ширҡәте вәкилдәре төбәк етәкселегенә инфраструктураны яңыртыуҙа ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

Баҡсасыларҙы ширҡәттәргә инеү юлдарының хәле лә борсой. Башҡортостан Башлығы юлдар сифаты һәм уларҙы хеҙмәтләндереү мәсьәләләренең айырым иғтибар талап итеүе тураһында әйтте.

Көнүҙәк мәсьәләләр араһында – ширҡәттәрҙең электр селтәре хужалығын селтәр ойошмалары балансына тапшырыу. Башҡортостан Башлығы төбәктең Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығына республиканың Баҡсасылар ассоциацияһы, “Башкирэнерго” компанияһы менән берлектә һөйләшергә ҡушты.

“Роспортребнадзор”ҙың төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак республика етәксеһенә эшкәртеү сараларын финанслағаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

Эш аҙағында Башҡортостан Башлығы сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм республикала Баҡсасылар көнөн раҫларға тәҡдим итте.

Фото; сығанаҡ: https://glavarb.ru/ru/news/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас