Иҡтисад
1 Март 2025, 13:30

Радий Хәбиров «Еңеү» кинотеатрының төҙөкләндереү барышы менән танышты

Журналистар менән аралашҡанда Радий Хәбиров проекттың ҡала һәм республика өсөн әһәмиәтен билдәләне.

Радий Хәбиров  «Еңеү» кинотеатрының төҙөкләндереү барышы менән таныштыРадий Хәбиров  «Еңеү» кинотеатрының төҙөкләндереү барышы менән танышты
Радий Хәбиров «Еңеү» кинотеатрының төҙөкләндереү барышы менән танышты

1 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө буйлап эш сәфәре барышында мәҙәни мираҫ объектын - элекке «Еңеү» кинотеатрын капиталь ремонтлау барышы менән танышты. Ул 1948 йылда төҙөлгән.

Бынан алда Өфө халҡы менән кәңәшләшеп, ҡала властары бинала Йәш тамашасы театры урынлашасағы тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Ул әлеге ваҡытта баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә ҡулайлаштырылған бинала урынлашҡан. Реконструкциянан һуң яңыртылған бинала 289 урынлыҡ, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн заманса тамаша залы барлыҡҡа киләсәк.

Әле төҙөүселәр фундаменттарҙы нығытҡан, йылытыу системаһын эшләтеп ебәргән, тәҙрәләрҙе монтажлаған, тамаша залы сәхнәһен һәм подиумды тәртипкә килтергән, шулай уҡ тауыштан изоляциялау һәм тауыш панелдәрен ҡуйыу эштәрен башҡарған. Журналистар менән аралашҡанда Радий Хәбиров проекттың ҡала һәм республика өсөн әһәмиәтен билдәләне.

"Был мәҙәни мираҫ объекты. Бинаға тәүге кирбес 1945 йылдың 9 майында һалына. Шуға күрә беҙ уны тәртипкә килтерергә бурыслы. ҡала ремонт өсөн мөмкинлек тапҡан, республика ҡорамалдар менән йыһазландырылырға ярҙам итәсәк. Хәҙер иң мөһиме - эште сифатлы итеп тамамлау. 1-1,5 йыл эсендә бөтә нәмәне тамамларбыҙ ҙа, һуңынан театрҙы асырбыҙ", - тине Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров шулай уҡ торлаҡ райондар янында инфраструктура объекттарын булдырыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Фото: "Башинформ"

Радий Хәбиров  «Еңеү» кинотеатрының төҙөкләндереү барышы менән танышты
Радий Хәбиров «Еңеү» кинотеатрының төҙөкләндереү барышы менән танышты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас