Иҡтисад
2 Март 2025, 02:00

Ире һәм ҡыҙы ярҙам итә

Әлфиә яҡташтарын һәм район ҡунаҡтарын тәмле аш-һыуы менән һөйөндөрөүен дауам итә. 

Ире һәм ҡыҙы ярҙам итәИре һәм ҡыҙы ярҙам итә
Ире һәм ҡыҙы ярҙам итә

Ҡыйғы районында йәшәгән Әлфиә Һаҙыева  күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы – ғаиләһенең һәм дәүләттең ярҙамы менән кафе асты.

Мәшғүллек үҙәге программаһында ҡатнашып, социаль контракт  төҙөй. Ире Ринат  һәм ҡыҙы Лиана эштең һәр этабында ярҙам итә, кафе өсөн бина табыуҙа, уны төҙөкләндереүҙә булыша.

Әлфиә электән үк кешеләр рәхәтләнеп ял итерлек, йылы мөхиттә тәмле аш-һыу менән һыйланырлыҡ  урын булдырырға хыяллана . Күңел ҡурҡа, ҡул эшләй, тигәндәй, бизнес проектын төҙөү менән тәүге  уңышлы аҙымдар яһала. Район хакимиәтенең  “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә   проектын тәҡдим иткәндән һуң, Әлфиә кәрәкле ҡорамалдар алыуға субсидия ала. Был эшмәкәрлекте киңәйтеү өсөн ҙур мөмкинлек тыуҙыра.

 Эшҡыуарҙың үҙ эшен асырға теләүселәргә кәңәштәре лә бар. “Бер ваҡытта ла үҙ эшегеҙҙе асыуҙан ҡурҡмағыҙ. Ярҙам кәрәкһә, мөрәжәғәт итегеҙ. Беҙҙең районда ярҙам итеүсе, кәңәш биреүсе белгестәр бар. Миңә бизнес-шәриф Р. Фассалов ҙур ярҙам күрһәтте. Иң мөһиме – ғаиләңдең һинең аҙымыңды хуплауы, уларһыҙ эшем барып сыҡмаҫ ине”, – ти эшҡыуар.

Әлфиә яҡташтарын һәм район ҡунаҡтарын тәмле аш-һыуы менән шатландырыуын дауам итә.  Уның эшҡыуарлыҡ тарихы – теләк булғанда, тейешле ярҙам күрһәтелгәндә  хыялдарҙың  мотлаҡ тормошҡа ашыуына сағыу миҫал ул.

 Фото: https://vk.com/nashi_kigi1930

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас