Тарих – байлыҡ. Уны ҡәҙерләп һаҡлау аша бөгөнгө иҡтисадты үҙенсәлекле итеп үҫтерергә мөмкин. Төбәгебеҙҙең “химия баш ҡалаһы” тип йөрөтөлгән Стәрлетамаҡта нәҡ шундай алым урындағы тормошҡа яңы һулыш бирә. Быға күптән түгел “Башгид” турист операторы ойошторған матбуғат турында яҡындан шаһит булдыҡ.
Стәрлетамаҡты тарихи, яңы һәм сәнәғәт өлөштәренә бүлергә мөмкин. Өсөһө бер-береһенән айырылғыһыҙ, үҫеш ҡеүәттәре ҙур, барыһында ла төбәктең, халыҡтың, киләсәк быуындың мәнфәғәттәре – беренсе урында.
Ҡала түрен тарих биҙәй
Стәрле һәм Ашҡаҙар йылғалары араһында урынлашҡан Баҙар майҙаны. Тарихи өлөштөң бар тәрәнлеге, байлығы, үҙенсәлекле зауығы, хайран ҡалмалы матурлығы – ошонда.
Башҡортостан Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң, Иван Грозныйҙың указдарын, төрлө хаттарҙы, яңылыҡтарҙы тапшырыу өсөн, төбәк биләмәһендә почта ямдары (станциялары) булдырыла башлаған. Өфө менән Ырымбур араһында был йәһәттән иң ҡулайлыларҙың береһе әлеге Стәрлетамаҡ ере тип табыла. Унда Ашҡаҙар почта ямы төҙөлә (ямщик һүҙе шунан алынған). XVIII быуат уртаһында көньяҡ Уралда күпләп заводтар төҙөлә башлауы, айырыуса металл етештереүҙең ныҡлы үҫеш алыуы арҡаһында Ырымбур менән Өфөнө бәйләп торған әлеге Стәрлетамаҡ еренә иғтибар тағы ла нығыраҡ арта. Ашҡаҙар почта станцияһы мөһим коммуникация үҙәгенә әйләнә.
Был урындың иҡтисади яҡтан киң мөмкинлектәр асасағын ошо ерҙән үтеп йөрөгән сауҙагәрҙәр тиҙ тоя. Араларынан Савва Тетюшев, даими походтарҙа йөрөгән Рәсәй армияһын кейем, туҡыма менән тәьмин иткән йүнсел, Тәлтем-Юрматы башҡорттары йәшәгән, Ашҡаҙар Ағиҙелгә ҡушылған ерҙә тоҙ пристане булдырыу проектын төҙөгән. Тик уны нисек Екатерина Икенсегә күрһәтергә? Юлын тапҡан йүнсел: йәш, зауыҡлы, матурлыҡ яратҡан батшабикәгә сит илдән ҡыйбатлы туҡыма, беҙҙә булмаған үҙенсәлекле селтәрҙәр алып ҡайтып, һөйләшеүгә инеүгә өлгәшкән. Һөҙөмтәлә, хәҙергесә әйткәндә, “супер амбициялы” проект Екатерина II тарафынан хупланған. Тоҙ көнкүрештә һәр ваҡыт кәрәк, уның менән сауҙа итеү ныҡ отошло. Яҡындағы сығанағы – Тоҙло Илек. Унан продукцияны тейәп алып килеп, Ашҡаҙарҙан Ағиҙелгә, артабан Кама, Волга аша бөтә илгә таратыу маҡсаты менән янған сауҙагәрҙең проекты тормошҡа ашырыла: пристань тиҙ төҙөлә...
Стәрлетамаҡтың барлыҡҡа килеү тарихына бәйле ошо һәм башҡа ваҡиғаларҙы “Башгид” турист операторының йәш гиды, тарихсы Екатерина Басманова шундай ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Сауҙагәрҙәр, сәнәғәтселәр, юл, ер... Иҡтисади нигеҙҙә төҙөлә Стәрлетамаҡ. Ҡаланың тарихи үҙәгендә әлегәсә һаҡланған йорттар ҙа – сауҙагәрҙәрҙеке. Барыһы ла ныҡлы, мөһабәт, күбеһенең архитектура стиле шул килеш һаҡланған. Бына бай сауҙагәр Усмановтың ике ҡатлы йорто. Киң арка матурлыҡ өсөн түгел, уның аша тауар ташыған аттарҙы ҡабул иткәндәр. Келәттәр, кибет, һабын ҡайнатыу ҡоролмаһы...
Баҙар майҙаны буйлап үтәбеҙ. Унда элек 14 сауҙа рәте булған, туҡталҡа ла эшләгән. Яҡын-тирәләге башҡорт ауылдарынан да баҙарға милли ризыҡтар алып килгәндәр, хатта аттар ҙа һатылған. Бына бай сауҙагәр Баязитовтың йорто. Уның алдында үҙенең сауҙа рәттәре теҙелеп киткән булған. Хәйриәлек менән дә ихлас шөғөлләнгән Баязитов: мәсет, мәҙрәсә төҙөткән, дини белем алырға теләгән ярлы малайҙарҙы уҡытыу өсөн аҡса бүлеп торған – милләт, өммәт киләсәге өсөн янып йәшәгән.
Ғөмүмән, Усмановтар, Баязитовтар, Дьяконовтар, Вторыгиндар һәм башҡа байҙар династиялары Стәрлетамаҡтың һоҡланғыс архитектураһын булдырыуға ғына түгел, ә мәғрифәтте, динде, мәҙәниәтте үҫтереүгә лә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Меценаттарҙың аҡсаһына ҡалала тәүге кинотеатр ҙа төҙөлә.
“Был иһә – Рус драма театры. Мин уны “ике дәүерҙе бергә ҡушҡан бина” тип атайым. Мөхәббәттең матурлыҡ, ғорурлыҡ, моңһоулоҡ сағылышы, – тип әллә ҡайҙан уҡ иғтибарҙы йәлеп иткән бина янында туҡтаны экскурсовод Екатерина. – Ул туй бүләге булараҡ төҙөлгән. Баязитовтар династияһынан сауҙагәрҙәрҙең береһе өлкәнәйә барғанда йәш кәләшкә өйләнә. Уға үҙәк майҙанда ошондай һоҡланғыс йорт төҙөтә. Әммә бында йәшәй генә алмайҙар – Октябрь революцияһы тоҡана. Йортто хужаларынан тартып алып, Халыҡ комиссарҙары советына тапшыралар. 1946 йылда иһә бина Рус драма театрына бирелә һәм әлегәсә мәҙәниәткә хеҙмәт итә”.
Киров паркы. Унда бәләкәй генә ағас сиркәүҙә Федор Базилевский тигән аҙ һүҙле, ябай ғына дини хеҙмәткәр эшләгән. Ә улдары ҡеүәтле алтын сәнәғәтселәре булып киткән. Бер мәл ағас сиркәү янып киткәс, бабайҙың балалары уның урынына аҡ таштан биш көмбәҙле, мөһабәт ғибәҙәтхана төҙөтөп ҡуйған...
Йүнсел Лебедковтың шәхси дарыуханаһы, Өфө губернаһы сауҙагәрҙәренең яртыһын тиерлек хеҙмәтләндергән банк, мәрхәмәтлек саралары ойоштороп, социаль учреждениелар төҙөүгә ҙур өлөш индергән Земство башҡарма комитеты бинаһы, биҙәлешендә милли элементтар һаҡланған Гайдар йорто... Тарихи өлөштәге ошо һәм башҡа барлыҡ иҫтәлекле урындар ҡаланың бай тарихлы, ныҡлы тамырлы булыуын раҫлап, туристар күңелендә Стәрлетамаҡҡа ҡарата оло ихтирам, һөйөү уята, үҫеш мөмкинлектәре киңлегенә, ҡеүәте тағы ла артырына ышанысты көсәйтә.
Эшҡыуарҙарҙа – креатив ҡараш
Яңы Стәрлетамаҡ. “Яр буйын заманса төҙөкләндергәйнеләр, был яҡҡа халыҡ ағыла башланы. Һәр ерҙә уңайлы мөмкинлектәр, йәшәү шарттарының яҡшылығы мөһим, – тип ҡала буйлап экскурсияны дауам итте гид Екатерина Басманова. – Ғөмүмән, беҙҙә күп яҡшы нәмә ҡала халҡының башланғысы, тәҡдиме буйынса барлыҡҡа килә. Стәрлетамаҡтар һәр саҡ әүҙем, яңылыҡҡа ынтылыусан, ижади, үҙенсәлекле ҡарашлы”.
Бына, мәҫәлән, эшҡыуар Владислав Калачевтың “Манявы” кафеһы. Хужаһы – һөнәре буйынса рәссам, ғәжәп ижади, үҙ эшен мөкиббән яратҡан кеше. Стәрлетамаҡта электән йәшәгәндәр уның әсәһе менән бергә урамда бәлештәр, бөйөрөктәр һатып торғанын хәтерләй. “Ашарға гел уларҙан ғына ала торғайныҡ, ныҡ тәмле бешерәләр ине”, – тиҙәр. Бының сере ябай: Калачевтарҙың бар ризығы – үҙебеҙҙә етештерелгән таҙа продукциянан. Әлеге кафела ла улар ошо ҡағиҙәгә тоғро. Сәйҙәре – тәбиғәтебеҙҙә үҫкән үләндәрҙән, ҡарағат, гөлйемештән, икмәкте үҙҙәре бешерә, йәшелсәне, итте баҙарҙа ышаныслы һатыусыларҙан алалар.
Кафеның исеме ниңә улай? Баҡтиһәң, Владимир уны Белорет районындағы Үрге Мәнәү (Верхняя Манява) ауылы атамаһынан алған икән. “Бер мәл үткеһеҙ юлдан башҡорт төпкөлөнә барып юлыҡтым. Үрге Мәнәү. Заманында ул бай ауыл булған, аттар үрсеткәндәр. Хәҙер иһә бер генә кеше йәшәй, яртылаш емерелгән тиҫләгән йорт... Арыраҡ Түбәнге Мәнәү ҙә тарҡала башлаған. Был күренеш күңелемә шул ҡәҙәр ныҡ тәьҫир итте”, – ти Владислав Александрович. Һөҙөмтәлә ул юғала барған ауылдарҙы үҙенең проектында мәңгеләштерергә ҡарар итә. Уларҙың һүрәтен дә төшөрә. Хәҙер был картина кафеның түренә эленгән, килгән һәр кемде тормош, ябай ҡиммәттәр хаҡында уйланырға мәжбүр итә.
“Мин кафеларға, ресторандарға исемде сит илдәрҙән, ят телдән алып ҡушыуҙарын бөтөнләй өнәмәйем. Үҙебеҙҙең ерлектәге һүҙҙәр юҡмы ни? – ти Владислав Александрович. – Был мәсьәлә лә бит мөһим: урындағы халыҡ та, туристар ҙа беҙҙең төбәкте нығыраҡ белһен тип тырышһаҡ ине”.
Тыуған ҡалаһын ихлас яратҡан эшҡыуар унда шәхси мәғариф учреждениеһы ла төҙөй икән. Проект ҡыҙыҡлы: “мәктәп-әфлисун” тип атала, балаларҙың һәләтен асыуға, креатив фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Ғөмүмән, элекке кеүек үк, Стәрлетамаҡта сауҙа тармағы, йүнселлек киң үҫеш ала. Үҙ продукциялар етештергәндәргә иғтибар ҙур. Мәҫәлән, уҙған йыл аҙағында боронғо сауҙагәр Патрикеевтан ҡалған йортта фермер аҙыҡ-түлектәрен, кәсепсе изделиеларын күргәҙмәгә ҡуйыу, һатыу урыны ойошторолған. Уны музей-оҫтахана тип тә атайҙар, сөнки оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелә. Айырыуса йәш быуын, туристар өсөн отошло был урын: килгән һәр кемгә йүнселдәр үҙ продукцияһын, изделиеһын күрһәтә, уны нисек эшләүе тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Оҫталыҡ дәрестәрендә иһә был процеста үҙең ҡатнашып, ҙур ҡәнәғәтлек алаһың.
Йүнселдәрҙе ошолай бер майҙанға йыйыу идеяһы – эшҡыуар Марина Григорьеваныҡы. “Ирем менән алты йыл инде какао ҡуҙаҡтарынан тәбиғи шоколад етештерәбеҙ. Нисек эшләйһегеҙ ул, күрһәтегеҙ әле, тип һораусылар күп булды. Һөҙөмтәлә ошондай оҫтахана булдырыу, унда башҡа кәсепселәрҙе лә бергә йыйыу теләге тыуҙы”, – ти йүнсел. Бында экскурсияға килгәндәр уларҙың цехында шоколад эшләргә өйрәнә, Никита Вотяковтың музей-оҫтаханаһында органик ысул менән үҫтерелгән иген ашлығынан етештерелгән тәбиғи ондан икмәк бешереп ҡарай. Рәссам Динар Усманованың һынлы сәнғәт галереяһында Стәрлетамаҡ шихандарын һүрәткә төшөрөп сығырға мөмкин, ҡулыңа ҡылҡәләмде тәүге тапҡыр алһаң да, ижад емешең үҙеңде ҡыуандырасаҡ, сөнки остазың шәп.
“Тағы ла яңы ун проектыбыҙ бар. Мәҫәлән, көршәк яһау оҫтаханаһы асырға теләйбеҙ, – ти Марина Григорьева. – Беҙгә туристар тотош илдән килә – уларға бер урында ғына әллә күпме милли кәсепте, шөғөлдәребеҙҙе күрһәтеү мөмкинлегебеҙ бар. Эшмәкәрлегебеҙҙе киңәйтәсәкбеҙ. Беҙҙең Стәрлетамаҡтың үҫеш нигеҙе – өҙлөкһөҙ хеҙмәт һәм ижад. Уның тарихын, бөгөнгөһөн халҡыбыҙға, айырыуса йәш быуынға, туристарға лайыҡлы күрһәтергә тейешбеҙ”.
Бындағы сауҙа-күргәҙмәгә башҡа райондар йүнселдәренең дә үҙ продукцияларын алып килеү мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, Ауырғазынан сыр эшләү менән шөғөлләнгән Елена Бикбаеваның янына халыҡ күп йыйылды. Ул – юғары белемле технолог. Һөттө урындағы фермерҙан ала, тәбиғи продукция районда тиҙ арала таралып бөтә, Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа ла ебәрәләр. Еленаны сыр ҡайнатыу цехы асырға Илештәге әхирәте дәртләндергән, ул да ошо эш менән шөғөлләнә. “Дәүләт гранты ла алдым, ҙур файҙа булды. Стәрлетамаҡтың фермер магазиндары менән хеҙмәттәшлек итә башларға йыйынам”, – ти Елена.
Архангелдән үҙе етештергән дарыу үләндәре килтергән эшҡыуарҙың, ҡаланың үҙенән кейеҙ әйберҙәр теккән йүнселдең һәм башҡаларҙың тауарҙары ла матбуғат турында ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде.
“Быны һатырға яраймы?”
Ижади күңелле, йүнсел, эшһөйәр Стәрлетамаҡ халҡының төп терәк-таянысы барыбер ҙә – сәнәғәт. Ҡаланы барлыҡҡа килтергән, бөгөнгө тормошон тәьмин иткән заводтар – барлыҡ республикабыҙҙың иҡтисади ҡеүәте лә.
Сәнәғәт предприятиелары биләмәһенән йыраҡ түгел, “Сода” районында урынлашҡан балалар китапханаһында тармаҡ өсөн йәш белгестәргә тәүге һуҡмаҡ һалына тип әйтергә мөмкин. Унда, ғәҙәти учреждениела, “Менделеев лаб” тип аталған химия лабораторияһы булдырылған. Ни өсөн?
– Хәҙер балаларҙы китапханаға йөрөтөп булмай бит инде, шуға уларҙы үҙебеҙгә төрлө яҡлап ылыҡтырыу юлдарын эҙләй инек, – ти китапхана мөдире Ирина Дмитриева. – Һөҙөмтәлә мауыҡтырғыс лаборатория булдырыу уйы тыуҙы. Проектты 2018 йылда яҙа башлағайныҡ, ике йылдан “Стәрлетамаҡ – уртаҡ йортобоҙ” ҡала проектында “Башҡортостан сода компанияһы” йәмғиәте генераль директорының 500 мең һумлыҡ грантын яулап, өр-яңы эшкә тотондоҡ.
Бында балалар Ирина Владимировна етәкселегендә углекислый газды ҡулланып тәжрибәләр үткәрә, пробирканы колбанан айырырға өйрәнә, бәләкәй банкаларҙа кристалдар, химик ылымыҡтар, “коллоидлы баҡса”, “ҡар”, “цинклы терпе”, “һаҡаллы ҡаҙаҡ” үҫтерә, Менделеев таблицаһындағы элементтар менән “дуҫлаша”, микроскоптан үңәҙҙе үҙләштерергә ярата һ.б. Тәжрибә эштәренең барыһы ла хәүефһеҙ.
– Банкала үҫтергән нәмәләренең барыһын да аҙаҡ балаларҙың үҙҙәренә биреп ҡайтарабыҙ, – ти китапхана мөдире. – Улар, әлбиттә, иң беренсе: “Ә быны һатырға яраймы?” – тип һорай. Заман балалары бит. Матди ҡыҙыҡһыныуҙары аҙаҡ фәнни эштәргә лә юл ярыр тигән ышаныстабыҙ.
Балаларға һәр ваҡыт: “Төрлө конкурстарҙа ҡатнашығыҙ, проекттар эшләгеҙ, – тибеҙ. – Беренсе тапҡырҙан килеп сыҡмаһа, икенсе мәртәбә тотоноғоҙ, өсөнсөгә... Өйрәнерһегеҙ, еңерһегеҙ”.
Китапханаға “Сода” компанияһы һәр саҡ ярҙам итеп тора, балалар өсөн экскурсиялар, йәйгеһен лагерҙар ойоштора. Мәҫәлән, күптән түгел Өфө районының Булгаков ауылынан башланғыс класс уҡыусылары килеп, “коллоидлы баҡса” үҫтереп, үҙҙәре менән алып ҡайтып киткән.
Лабораторияла “Максим” тренажеры ла бар, унда балалар кешене яһалма тын алдырырға, беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнә. “Бында үҙемә лә ҡыҙыҡ, – ти китапхана мөдире. – Химияны балалар менән бергә үҙләштерәм, яраттым, ә бит мәктәптә был дәрескә ҡарата ҡыҙыҡһыныуым бөтөнләй юҡ ине. Тимәк, әлеге лабораториялағы кеүек, фәнде уйын алымында өйрәтеү кәрәк. Беҙҙең китапханаға йөрөгән балалар химияның ни тиклем сағыу, мөғжизәле икәнен бәләкәйҙән күреп, уның “эсендә йөрөп” үҫә – Стәрлетамаҡ сәнәғәтенә ҡеүәт өҫтәр быуын был”.
Әйткәндәй, балалар троллейбусты яҡындан белеп, күреп үҫһен өсөн ҡалала уларға ошо транспортта экскурсиялар уҙғарыла. Ябай ғына хәл кеүек, әммә тәрбиәүи көсө ҙур. Башҡортостанда тәүге троллейбустар тап Стәрлетамаҡта йөрөй башлаған – тарихты белергә, ҡәҙерләргә тейеш йәш быуын.
* * *
Боронғо зауыҡлы өйҙәргә ялғанып киткән заманса бейек йорттар, уларҙың алдында балалар өсөн булдырылған киң, сағыу майҙансыҡтар, төҙөкләндерелгән яр буйы... Ошо күркәмлекте төрлө яҡлап ғибәҙәтханалар – мәсеттәр, сиркәүҙәр уратып алған. Мосолман дини йорттары дүртәү бында. Шуларҙың араһында былтыр ғына асылған, Ҡаранай Моратов урамында урынлашҡан “Мөхәммәтсәлим” мәсете әллә ҡайҙан уҡ сәләмләп торғандай.
– Стәрлетамаҡтың был яғында – яңы районында иман йорто юҡ ине, уның асылыуы ошонда, шулай уҡ эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәгән халыҡ өсөн Аллаһ бүләге булды, – ти имам-хатип Рөстәм хәҙрәт Ғәйфиев. – Күрәһегеҙ, йома бында мосолмандар шығырым тулы. Башҡа көндәрҙә лә мәсетебеҙҙең буш тормауы, халыҡтың күпләп иманға ынтылыуы – Стәрлетамаҡтың яҡты киләсәгенә ныҡлы нигеҙ ул.
...Ҡеүәтле сәнәғәт, заманса мәғариф, тарихҡа хөрмәт, үҙенсәлекле архитектура, креатив эшҡыуарлыҡ, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға ынтылыш, хеҙмәт һөйөү. Ошо сифаттары менән алға бара бөгөн Стәрлетамаҡ. Уның туристарҙы йәлеп итеү көсө лә тап шунда – үткәндәргә ихтирамы, бөгөнгө тырышлығы аша ышаныслы киләсәк төҙөүендә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.