Иҡтисад
10 Март 2025, 16:15

“Бөгөнгө мөмкинлек элек хыял ғына ине”

Баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ширҡәттәренә ярҙам дауам итәсәк.

“Бөгөнгө мөмкинлек элек хыял ғына ине”“Бөгөнгө мөмкинлек элек хыял ғына ине”
“Бөгөнгө мөмкинлек элек хыял ғына ине”

Бөгөн баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ширҡәттәре уңыш үҫтереп алыу урыны ғына түгел, ә уңайлы шарттарҙа ял итеү мөмкинлеге лә. Өҫтәүенә күп кеше хәҙер шундай ер участкаларында заманса йорт һалып, йыл әйләнәһенә йәшәй. Бының сәбәбе, әлбиттә, теләктә генә түгел. Республикабыҙ етәкселеге һуңғы йылдарҙа баҡсасылыҡ ширҡәттәрен яңыртыуға, үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә – халыҡ өсөн бындай хәстәрлектең, уңайлы шарттарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.   

“Ауыл сәғәте”нән башланды

Совет осоронда ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәренә, улар ғаиләһен үҙҙәре үҫтергән йәшелсә, емеш-еләк менән тәьмин итә алһын өсөн, алты сутый ер бирелгән. Ул ваҡытта баҡсала юл төҙөлөшө, электр энергияһы, һыу үткәреү бурыстары ла дәүләт иңендә була. Туҡһанынсы йылдарҙа иһә барыһы ла үҙгәрә. Баҡсасылар, күсемһеҙ милек хужалары, шәхси участкаларын да, дөйөм ширҡәтте лә үҙ көсө менән ҡарарға, ундағы төрлө мәсьәләләр менән шөғөлләнергә мәжбүр була. Һөҙөмтәлә күп урында юлдарҙың, электр линияларының торошо насарая, тәрбиәләнмәгән, ташландыҡ йорттар йылдан-йыл арта бара...

– Ә дәүләт тарафынан маҡсатлы ярҙам булманы. Ниндәйҙер саралар күрелеүен-күрелде, тик улар дөйөм эшкә йоғонто яһарлыҡ ҡеүәттә түгел ине, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Беҙҙә баҡсасылыҡ ширҡәттәренең инфраструктураһын яҡшыртыу буйынса эш 2019 йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса башланды. Төбәк етәксеһе был мәсьәләне иң тәүҙә “Ауыл сәғәте” кәңәшмәһендә күтәреп, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам итеү буйынса субъект системаһын булдырыу бурысын йөкмәтте.

Һөҙөмтәлә ошо йәһәттән эш башланып, 2021 – 2024 йылдарҙа баҡсасылыҡ ширҡәттәре өсөн республика ҡаҙнаһынан 576 миллион һум аҡса бүленеп, инфраструктураны яңыртыуға – юлдар һалыуға, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү сараларына, һаҡ системаһы булдырыуға һ.б. йүнәлтелә. Өҫтәүенә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы, уҙған йылдан алып баҡсасылыҡ ширҡәттәренә грант ярҙамы ла күрһәтелә. Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре әйтеүенсә, был башланғыс халыҡты дәртләндереп ебәргән – конкурсҡа заявкалар күп килгән. Һөҙөмтәлә былтыр коммерцияға ҡарамаған ун баҡсасылыҡ ширҡәтенә 500-әр мең һумлыҡ гранттар тапшырылған. Был сумма эске инфраструктураны яңыртыуға йүнәлтелгән. Быйыл иһә гранттар һаны күберәк: күптән түгел үткән “Смарт-баҡсасы” IV халыҡ-ара форумында 14 баҡсасылыҡ ширҡәтенә 500-әр һумға сертификат бирелде. Улар араһында, мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалының “Урман аҡланы”, Шишмә районының 3-сө “Йоматау”, “Яҙыусылар баҡсаһы Аҡманай”, Краснокаманың “Ысыҡҡай”, Өфөнөң “Орфей” һәм башҡа ширҡәттәр бар. Киләһе йылда иһә 20 грант тапшырыу планлаштырылған.

– Республика етәкселеге баҡсасылыҡ ширҡәттәренә бығаса булмағанса ҙур ярҙам күрһәтә. “Рәхмәт” тип кенә әйтеү үтә аҙ һымаҡ, – ти был йәһәттән, мәҫәлән, Өфө ҡалаһының “Утес” коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте рәйесе Виктор Нестеренко. – Беҙ 2024 йылда грант алыуға өлгәштек. Бындай мөмкинлектән мотлаҡ файҙаланырға, конкурста ҡатнашырға кәрәк. Грант аҡсаһы дөйөм файҙаға – ширҡәттең мохтажлыҡтарына тотонолдо, ҙур ярҙам булды. Баҡсасыларыбыҙ әүҙем, инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуҙа, экология акциялары үткәреүҙә һәр саҡ булышлыҡ ҡылып, дәррәү ҡатнашып торалар. Барыһының да участкаларын өлгө итеп күрһәтергә мөмкин. Дәүләт ярҙамы иһә дәртебеҙҙе тағы ла арттырҙы, киләсәктә лә ошондай конкурстарҙан ситтә ҡалмаясаҡбыҙ, үҙебеҙҙә йәшәү шарттарын даими яҡшырта барасаҡбыҙ.

Ер маҡсатҡа ярашлы файҙаланыламы?

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында “Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек ширҡәттәрен үҫтереү буйынса идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһын булдырыу дөйөм эшмәкәрлек даирәһен киңәйтеүгә ҙур өлөш индерә. 2024 йылда теркәлгән, халыҡҡа аңлатыу ойошторған, төрлө яҡлап хеҙмәтләндергән идаралыҡтың бихисап бурыстарының береһе – “Минең баҡса – Башҡортостан” дәүләт мәғлүмәт системаһын алып барыу. Ул әлегә Рәсәйҙә берҙән-бер – республикабыҙ был йәһәттән дә өлгө күрһәтеп алдан бара. Мәғлүмәт системаһының телеграмдағы каналында даими аңлатыу эштәре алып барыла, баҡсасылар әүҙем фекер алыша, һорауҙарын бирә һәм аныҡ яуап ала.

– Был системаны яйға һалдыҡ, хәҙер эшләргә, бер-беребеҙҙе ишетергә, ярҙам итергә, алға этәрергә кәрәк, – тине был йәһәттән республика Башлығы Радий Хәбиров. – Баҡсасыларға ер, документтар, милек, хоҡуҡ һ.б. мәсьәләләрҙе теүәл аңлатыу, эште намыҫлы, яуаплы алып барыу мөһим.

Ә хәл итәһе мәсьәләләр әле бихисап. Мәҫәлән, бөтөнләй файҙаланылмай, ташландыҡ хәлдә ҡалған участкалар күп. Росреестрҙың Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе Петр Клец белдереүенсә, республикала ундайҙарҙың һаны илле мең самаһы. Уның һүҙҙәренсә, шулай уҡ баҡса участкаларының тура тәғәйенләнешенә ярашлы файҙаланылмау осраҡтары күп. “Бындай ерҙәрҙә, мәҫәлән, шиномонтаж, автомобиль йыуыу хеҙмәте күрһәткәндәр байтаҡ, – ти Петр Клец. – Баҡса участкалары маҡсатҡа ярашлы файҙаланыламы, юҡмы икәнен билдәләү өсөн былтыр беҙҙең идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре федераль инспекторҙар менән берлектә 130 урында тикшереү үткәрҙе. Ҡағиҙә боҙоуҙарҙың 91 осрағы асыҡланды. Ошондай рейдтар ваҡытында баҡсасыларға киң аңлатыу эштәре лә алып барылды, сөнки хаталарҙың күбеһе – мәғлүмәтһеҙлектән. Һөҙөмтәлә аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырған төрлө мәсьәләләр яйға һалына, документтар рәтләнә башланы”.

Дүрт йыл элек ойошторолған “Смарт-баҡсасы” халыҡ-ара форумында ла ер участкалары тотҡан граждандарға мәғлүмәти, хоҡуҡи яҡтан ярҙам күрһәтелә. Быйыл унда ете “түңәрәк өҫтәл”, өс практик семинар, ете консультация зонаһы, ҙур күргәҙмә ойошторолдо. Сарала илдең 12 төбәгенән ике меңдән ашыу баҡсасы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Килгән кешеләрҙең һорауҙарына барлыҡ федераль, контроль һәм күҙәтеү органдары белгестәре яуап бирҙе. Бындай хеҙмәтләндереү йыл да бушлай атҡарыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тораҡ пункттарын газға тоташтырыу буйынса күрһәтмәһенә ярашлы, әлеге форумда төп тема ошо мәсьәләгә арналды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, “Смарт-баҡсасы”ла ширҡәттәр рәйестәренең йылдан-йыл күберәк ҡатнашыуы ла дөйөм эшмәкәрлеккә ҙур этәргес бирәсәк.   

Башҡортостан Башлығы Радий ХӘБИРОВ:

– Баҡсасылыҡ, йәшелсәселек ширҡәттәренә, ойошмаларына ярҙам итеү – республикабыҙҙың дәүләт иҡтисади сәйәсәтендә мөһим йүнәлеш. Уларға булышлыҡ йыл да күрһәтеләсәк. Ярҙам һүҙҙә генә ҡалмай, аныҡ эш-ғәмәлдәрҙә күренә. Юлдар һалыу, һыу, электр энергияһы, газ үткәреү, сүп-сар мәсьәләһен яйға һалыу, бар яҡлап хәүефһеҙлекте тәьмин итеү – ошо һәм башҡа эштәр артабан да дауам итәсәк. Бер нисә йылдан яңы кимәлгә сығырбыҙ тип ышанам.     

Петр КЛЕЦ, Росреестрҙың Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе:

– Былтыр августа ер участкаларын үҙләштереүҙе көйләү хоҡуғына йүнәлтелгән федераль закон ҡабул ителде. Ул быйыл 1 мартта үҙ көсөнә инде. Ҡанун Рәсәй Хөкүмәтенең ике ҡарары нигеҙендә үтәлә. Беренсеһендә ер участкаларын үҙләштереүгә йүнәлтелгән саралар исемлеге яңынан ҡарала. Икенсеһе иһә ташландыҡ йәки маҡсатҡа ярашһыҙ файҙаланылған участкаларға ҡағыла. Уларҙың хужалары яуаплылыҡҡа тарттырылыуы ихтимал. Законға ярашлы, теркәлмәгән һәм ташландыҡ участкаларҙы тартып алып, башҡаларға һатыу хоҡуғы ҡаралған.

Мәғлүмәт өсөн: 2025 йылдың әлеге мәленә ҡарата, республиканың Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек өсөн тәғәйенләнгән 240 меңдән ашыу ер участкаһы теркәлгән.

Зөлфирә БОРИСОВА, Өфө ҡалаһының “Изобилие” баҡсасылыҡ ширҡәте рәйесе:

– Мин “Смарт-баҡсасы” халыҡ-ара форумында ике йыл рәттән ҡатнаштым. Беҙҙең ширҡәт ағзаларының ерҙе межалау, милек мәсьәләләре буйынса һорауҙары байтаҡ ине, уларға тейешле ведомство белгестәренән аныҡ яуаптар алдым.

Беҙҙә әле газ үткәреү буйынса эш башланырға тора. Ширҡәт ағзаларына был йәһәттән документтар тупларға, заявкалар тултырырға ярҙам итәм – форумда алған белешмәләргә таянам. “Минең баҡса – Башҡортостан” дәүләт мәғлүмәт системаһы ла ошондай эштәрҙә ныҡ ярҙам итә.

Баҡсасылыҡ ширҡәте – минең йәшәгән урыным. Һуңғы өс-дүрт йылдағы үҙгәрештәр, бөгөнгө мөмкинлектәр элек хыял ғына ине. Баҡса участкаларына ҙур иғтибар биреп, уларҙың комплекслы үҫешен үҙ контроленә алған республика Башлығы Радий Фәрит улына рәхмәт белдерәбеҙ.

Фотолар: "Башинформ".

“Бөгөнгө мөмкинлек элек хыял ғына ине”
“Бөгөнгө мөмкинлек элек хыял ғына ине”
“Бөгөнгө мөмкинлек элек хыял ғына ине”
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас