Иҡтисад
10 Март 2025, 14:25

Был тармаҡта лидерлыҡты бирмәйбеҙ

Алты йылда республикала 17,5 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. 

Был тармаҡта лидерлыҡты бирмәйбеҙБыл тармаҡта лидерлыҡты бирмәйбеҙ
Был тармаҡта лидерлыҡты бирмәйбеҙ

2019 йылдан Башҡортостанда 17,5 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, ул республика өсөн “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектында билдәләнгән күрһәткестәрҙән 14 процентҡа күберәк. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артём Ковшов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте.

Төҙөлөш комплексын үҫтереү буйынса республика - Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы ун төбәге исемлегендә. 2024 йылда Башҡортостан сираттағы тарихи максимумға өлгәшә алды - 3,348 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде. Торлаҡ шарттарын 122 мең ғаилә яҡшырта алған. 18 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләгән авария хәлендәге йорттарҙан 1,1 мең кеше төҙөкләндерелгән һәм хәүефһеҙ фатирҙарға күсенде.

Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса эштә биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү механизмы әүҙем файҙаланыла. Әйтәйек, Башҡортостанда 26 ошондай килешеүе төҙөлдө. 875 гектар майҙан әйләнешкә индерелгән, планлаштырылған торлаҡ төҙөлөшө күләме - 2,6 миллион квадрат метр.

Республиканың төҙөлөш комплексы шулай уҡ “Демография”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Мәғариф”, “Мәҙәниәт”, “Физик культураны һәм күмәк спортты үҫтереү” милли һәм федераль проекттарын тормошҡа ашырыуҙа туранан-тура ҡатнашты. Алты йылда республикала ошо йүнәлештә 169 объект төҙөлгән. Улар иҫәбендә - дөйөм 10 мең урынлыҡ 53 балалар баҡсаһы, 17,5 мең уҡыусыға иҫәпләнгән 41 мәктәп, 38 һаулыҡ һаҡлау объекты, 18 мәҙәниәт объекты, 16 ҙур спорт объекты һәм өс социаль тәғәйенләнештәге объект.

2025 йылдан тармаҡ үҫешен быға тиклем ғәмәлдә булған федераль программаларҙың, шул иҫәптән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп өҫтөнлөктәрен һәм бурыстарын берләштергән “Йәшәү өсөн инфраструктура” яңы милли проекты сиктәрендә дауам итәләр. 2030 йылға республика торлаҡ фондын 26 процентҡа яңыртырға, ә торлаҡ менән тәьмин ителеш бер кешегә 35 квадрат метр тәшкил итергә тейеш. Ошо осорҙа Башҡортостанда 21 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөү, 220 мең квадрат метр майҙанда авария хәлендәге йорттарҙан граждандарҙы күсереү күҙаллана.

Республика Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ вәкилдәренә яҡшы эштәре өсөн рәхмәт әйтте, шулай уҡ ошо йүнәлеште әүҙемләштереү өсөн бәләкәй ҡалаларҙа торлаҡ төҙөү темптарын анализларға ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас