Һанлаштырыу тормошобоҙға нығыраҡ үтеп инә бара. Уның уңайлылығын тоябыҙ һәм файҙаланабыҙ. Теге йәки был ойошмаға барып сиратта көтөп ултырғансы, электрон хеҙмәттәр аша уларҙы хәл итеү һәр яҡлап отошло. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та был йүнәлеште үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә.
Статистика мәғлүмәттәре лә быны иҫбатлай. Республикала дәүләт хеҙмәттәрен һанлаштырыу йәнле үҫешә. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 75,5 проценттан ашыуында Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталында иҫәп яҙмаларының булыуы ла ошо турала һөйләй.
Үткән йылда ла төрлө тармаҡта һанлы сервистар тормошҡа ашырылған. Уларҙың береһе – дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталында дәүләт асҡысы. Был механизм махсус мобиль ҡушымта аша документтарға ҡул ҡуйырға булышлыҡ итә. “Һаулыҡ һаҡлау”, “Социаль яҡлау”, “Мәғариф” йүнәлештәре буйынса саралар навигаторы эшләнгән. Был исемлек тағы ла киңәйтеләсәк.
Был йәһәттән социаль өлкәгә ҙур иғтибар бирелә. Мәҫәлән, дәүләт хеҙмәттәре порталы аша Һөт кухняһы продукцияһын алыу буйынса электрон сервис булдырылған.
– Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса күп балалы ғаиләләрҙәге балалар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн ҡала автобустарында ташламалы йөрөү буйынса электрон хеҙмәт эшләй башланы. Уны һанлы форматта рәсмиләштерергә һәм “Алға” транспорт картаһы менән түләргә мөмкин, – тип һөйләне республика дәүләт хеҙмәтенең һанлы үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Денис Слепов Башҡортостан Башлығы уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә.
Министрлыҡтан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республикабыҙ халҡы электрон рәүештә дәүләт хеҙмәттәрен алыуға ғаризалар биреүҙең ике каналын ҡуллана: дәүләт хеҙмәттәренең төбәк һәм федераль порталдары.
Үткән йылға күҙ һалғанда Дәүләт хеҙмәттәре аша иң күбе табипҡа яҙылыу, электрон хеҙмәт кенәгәһенән выписка алыу, балаларға һәм ауырлы ҡатындарға берҙәм пособие кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт иткәндәр.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса федераль порталда күләмле социаль яҡтан әһәмиәтле хеҙмәттәр ҙә күрһәтелә. 2022 йылдан алып 2024 йылға тиклем дәүләт хеҙмәттәре порталына 85 күләмле социаль яҡтан әһәмиәтле хеҙмәттәр сығарылған, уларҙың 26-һы социаль блок хеҙмәттәре. Улар буйынса 70200 ғариза электрон форматта килгән. Был иһә дөйөм һандың 99,5 процентын тәшкил итә.
Былтыр дәүләт хеҙмәттәренең республика порталы ла үҙенең халыҡҡа кәрәклеген дәлилләне – ярты миллиондан ашыу кеше уның менән файҙаланды. Барлығы порталда 235 электрон хеҙмәттәр һәм сервистар иҫәпләнә, уларҙың 36-һы бизнес вәкилдәре өсөн ҡаралған.
Электрон ведомство-ара бәйләнеш сиситемаһында 5500-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Белгестәр билдәләүенсә, порталда былтыр социаль, ер һәм төҙөлөш хеҙмәттәре иң ҙур һорау менән ҡулланылған. Планлаштырылған төҙөлөш эше тураһында белдереү ебәреү, социаль пособиелар, ер участкаһы алыуҙың яҡынса килешеүен уның аша башҡарып була.
Дәүләт хеҙмәттәрен сифатлы итеп һәм тиҙ арала күрһәтеү өсөн оператив рәүештә ведомство-ара мәғлүмәт менән алмашыу мөһим. Был йәһәттен дә ҙур эш башҡарылған.
Ведомство-ара бәйләнеш эше сиктәрендә 17 яңы сервисҡа юл асылған, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыуҙы раҫлау өсөн Рәсәйҙең Оборона министрлығынан белешмәләр алыуға сервис эш башлаған. Был сервистар арҡаһында хеҙмәткәрҙәрҙең бик күп ваҡыты һәм ҡағыҙ экономиялана.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының хеҙмәттәренә айырым туҡталғанда, электрон хеҙмәткә мөрәжәғәт итеүселәр өлөшө арта - 2021 йылда 16 процент булған, 2024 йылда был күрһәткес 38 процентҡа еткән. Әйтергә кәрәк, был йүнәлеш буйынса күп ғаризалар күп функциялы үҙәктәр аша килә. Шуға ла халыҡтың һанлы грамоталылығын күтәреү буйынса саралар дауам итә.
Эш сифатын яҡшыртыуға ла иғтибар йүнәлтелгән. Муниципалитеттар тарафынан күрһәтелгән дәүләт хеҙмәттәренең сифатын асыҡлау өсөн мониторинг уҙғарылып тора. Барлыҡ муниципалитеттар ҙа был йәһәттән эштәрен камиллаштыра. Шулай ҙа былтырғы йылға күҙ һалғанда Бөрйән, Мәсетле, Благовар, Бүздәк, Архангел, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Әлшәй райондары, Межгорье, Стәрлетамаҡ ҡалаларында күрһәткестәрҙең айырыуса яҡшырыуын билдәләй белгестәр. Дөйөм алғанда, электрон форматта муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлөшө 2021 йыл менән сағыштырғанда 24 процентҡа артҡан.
Электрон хеҙмәттәр ҡулланыуҙың уңайлылығын һәр ҡайһыбыҙ күптән тойҙо. Барып йөрөмәй генә күп эштәреңде башҡарып ҡуйыуға ла юл аса ул. Республикабыҙ ҡалаларының береһендә йәшәүсе Зөлхизә Минеғәлиева ла күптән электрон хеҙмәттән файҙаланыуын белдерҙе.
– “Дәүләт хеҙмәттәре” менән ҡулланыу, әлбиттә, уңайлы. Электрон ысулға өйрәнеп китеүе тәүҙә ҡыйыныраҡ булып торғайны. Хәҙер айышын аңлап алдыҡ. Табипҡа яҙылғанда ла электрон хеҙмәт аша яҙылабыҙ, ошо рәүешле үҙебеҙгә уңайлы булған ваҡытты ла һайлап була. Автотранспортҡа штраф килһә, шунда уҡ белдереүҙе күреп ҡалабыҙ ҙа тиҙ генә түләп ҡуябыҙ. Ҡағыҙ квитанция тотоп сиратта тораһы ла түгел. Ғөмүмән, һанлаштырыу шул тиклем тормошобоҙға ныҡ үтеп инде, ваҡытыбыҙҙы ла, көсөбөҙҙө лә һаҡлай ул, – тине замандашыбыҙ.
Дәүләт хеҙмәттәрен һанлаштырыу буйынса алып барылған саралар граждандарҙың йәшәү сифатын күтәреүгә маҡсатланған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Республиканың дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығы башҡарған эште юғары баһаланы һәм яңы башланғыстарҙа хеҙмәткәрҙәргә уңыштар теләне.
Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Эксперт фекере:
Денис Слепов (Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һанлы үҫеш министрының беренсе урынбаҫары):
–Дәүләт хеҙмәттәрен һанлаштырыу буйынса планға килгәндә, Транспорт министрлығы менән берлектә түләүле парковкаларҙы бушлай файҙаланыуға хоҡуғы булған граждандарҙың транспорт саралары реестрын булдырабыҙ. Улар – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм башҡа биш льготалы категориялар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн яңы һанлы сервистар барлыҡҡа киләсәк. Социаль өлкә өсөн реестр принцибы буйынса белешмәләр биреүгә сервис эш башлаясаҡ. Тимәк, республиканың социаль яҡлау үҙәктәре филиалдарына шәхси рәүештә ҡабул итеүгә барырға кәрәкмәйәсәк.
Ветеринария өлкәһендә мәғлүмәт системаһы ныҡлап файҙаланыуға керетелә. Йорт хайуандарын чиплау, вакциналауға яҙылыу буйынса электрон хеҙмәттәр булдырыласаҡ.