Иҡтисад
10 Март 2025, 16:45

Улар - ышаныслы партнерҙар

Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды эшенә күрә республика иҡтисадына 59 миллиард һум инвестиция йәлеп ителде. 

Улар - ышаныслы партнерҙарУлар - ышаныслы партнерҙар
Улар - ышаныслы партнерҙар

2017 йылдан төбәк Сәнәғәтте үҫтереү фонды 202 проектты хупланы, ул республика иҡтисадына 59 миллиард һум самаһы инвестиция йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Фондтың генераль директоры Әнүәр Кәримов һөйләне.

Фондтың төп бурыстары иҫәбендә - республика сәнәғәт предприятиелары проекттарын льготалы финанслау, импортты алмаштырыу һәм экспорт өсөн яңы производстволар төҙөүҙә ҡатнашыу.

Фонд Башҡортостандың 25 муниципалитетынан 202 инвестиция проектына ярҙам итеү өсөн 2,4 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. Был башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу 4 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк, ә бюджетҡа һалым түләүҙәре 34 миллиард һумдан ашып китәсәк.

2021 йылдың декабренән фонд республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы ҡарары менән сәнәғәт кластерҙарын булдырыу һәм уларға идара итеү буйынса федераль пилот проектын ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән дә эш ойошторҙо. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең 288 предприятиеһын берләштергән 23 республика сәнәғәт кластеры Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының федераль реестрына индерелгән.

Әнүәр Кәримов тағы ла күберәк проекттарға булышлыҡ итеү мөмкинлеге булһын өсөн фондты артабан капиталлаштырыу кәрәклеген билдәләне. Ул шулай уҡ предприятиелар “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса дәүләт ярҙамы сараларын алыуға заявка бирә алһын өсөн сәнәғәтте үҫтереү институттары менән үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәле системаһын төҙөргә тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы ошо башланғысты хупланы һәм уны ғәмәлгә ашырырға ҡушты.

- Дөйөм алғанда, фондтың нисек эшләүе менән ғорурланабыҙ. Ул республика сәнәғәтенә ярҙам итеүҙең иң һөҙөмтәле инструменттарының береһе булып тора, - тине Радий Хәбиров. - Һеҙ - беҙҙең ышаныслы партнерыбыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас