Баҡалы районының Ҡаранторау ауылында йәшәгән хеҙмәт һөйөүсән Хөсәйеновтар ғаиләһен күптәр яҡшы белә. Хәҙер ауылда ла мал-тыуар тотоп йәшәгән ғаиләләр аҙайған ваҡытта, улар аҙбар тултырып мал аҫрай, шәхси хужалыҡ тота.
Олеся һәм Данис Хөсәйеновтарҙың аҙбарында 18 баш һыйыр малы, өс ат һәм һарыҡтар аҫрала. Таң һарыһынан ғаиләлә эш башлана, һыйыр һауыу, һөт тапшырыу, мал ҡарау, аҙбар таҙартыу... Балалары ла хеҙмәткә өйрәнеп үҫә, улар – ата-әсәнең уң ҡулы.
Былтыр Хөсәйеновтар, социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһына ярашлы, тағы ике һыйыр һатып алды. Киләсәктә ғаилә шәхси хужалыҡтарын тағы ла киңәйтмәксе.
– Социаль контракт беҙгә ныҡ ярҙам итте. Бындай дәүләт ярҙамы күп балалы ғаиләләргә бик кәрәк, малсылыҡ – ауыр, яуаплы хеҙмәт. Өҫтәүенә балаларыбыҙҙы тәрбиәләүгә лә ҙур тырышлыҡ һалабыҙ, – ти 45 йәшлек күп балалы әсә.
Олеся менән Данис – класташтар. Ныҡлы ғаиләлә алты бала үҫә. Иң өлкәне Әдис ғаиләһе менән Новосибирск ҡалаһында йәшәй, Әлфинә – башланғыс кластар уҡытыусыһы, Азат армияла хеҙмәт итә, Зарина – Мәсәғүт педагогия колледжы студенты, Даяна икенсе класта уҡый, төпсөктәре, дүрт йәшлек Назар балалар баҡсаһына йөрөй. Олеся йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла өлгөрә, ун йылға яҡын мәктәптә ата-әсәләр комитеты рәйесе. Ғаилә башлығы Данис тракторсы һөнәрен үҙләштергән, әлеге ваҡытта вахта ысулы менән эшләй, буш ваҡытта яңы йорттарын төҙөй.
“Маҡсат булғанда, ауылда ла яҡшы йәшәргә була”, ти Хөсәйеновтар.
Фото: https://vk.com/gazetanovobelokatai