Иҡтисад
11 Март 2025, 17:15

35-се тапҡыр үткәрелә

Агросәнәғәт тармағы хеҙмәткәрҙәрен ниндәй саралар көтә?

35-се тапҡыр үткәрелә35-се тапҡыр үткәрелә
35-се тапҡыр үткәрелә

Быйыл “АгроКомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм Агросәнәғәт форумы 35-се тапҡыр уҙа. Ул Өфөлә “Экспо” күргәҙмәләр комплексында 18 – 21 мартта үтәсәк.

Сарала Рәсәйҙең 30 төбәгенән һәм сит илдәрҙән 400-гә яҡын компания ҡатнашыуы көтөлә. Экспоненттар дүрт майҙансыҡта һәм урам экспозицияһында урынлашасаҡ, унда заманса ауыл хужалығы техникаһы төрҙәре тәҡдим ителәсәк. Сара Рәсәйҙән генә түгел, бөтә донъянан тармаҡ профессионалдары менән бәйләнеш булдырыу мөмкинлеге аса.

Форумдың эшлекле программаһы бай. Барлыҡ Рәсәйҙән һәм дуҫ илдәрҙән 300-ҙән ашыу спикер ҡатнашлығында 25 тармаҡ секцияһы уҙғарыласаҡ. Сарала ҡатнашыусылар агросәнәғәт комплексының төп йүнәлештәрен, улар араһында Рәсәй агрокомплексы өсөн яһалма интеллект һәм һанлы инновациялар индереү, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын ҡулланыу, ер мелиорацияһы, илебеҙҙә ҡошсолоҡтағы ҡаҙаныштар мәсьәләләрен, шулай уҡ хәләл продукция баҙарын үҫтереү мөмкинлектәрен, ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләү барышын тикшерәсәк.

Йола буйынса, күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында дүрт һөнәри конкурс үткәрелә. Бынан тыш, йәштәр өсөн айырым программа, инновациялы технологиялар буйынса конференциялар, тармаҡ секциялары ҡаралған.

Сараға Көньяҡ Африканан, Латин Америкаһынан, Ҡытайҙан, Белоруссиянан, Үзбәкстандан ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Улар эшлекле программа сараларында, экспорт һәм “Сит илдәр менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү – экспортерҙарҙың уңышлы кейстары” халыҡ-ара трегы буйынса пленар ултырышта ҡатнашасаҡ.

Әле агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итеү тамамлана. Сараның рәсми сайтында теркәлергә мөмкин: https://agrobvk.ru/ 

Килеүселәрҙе теркәү ошо һылтанма буйынса: https://user.agrobvk.ru/start

Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы сайты.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас