Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Март , 21:15

Башҡортостан финалға сыҡты

Нндәй бурыс финанс белемен арттырыуға ҡарағанда ла ҡатмарлыраҡ?

Башҡортостан финалға сыҡты
Башҡортостан финалға сыҡты

Башҡортостан “Финанс мәҙәниәтенең баш ҡалаһы-2025” Рәсәй конкурсының финалына сыҡты. Бәйгегә йомғаҡ Мәскәүҙә “Рәсәй” милли үҙәге майҙансығында Рәсәй банкы һәм федераль Финанс министрлығы тарафынан яһалды.

Финалсы дипломын Эльвира Нәбиуллина менән Антон Силуанов тапшырҙы. Ойоштороусылар билдәләүенсә, халыҡтың финанс мәҙәниәтен формалаштырыу – финанс белемен арттырыуға ҡарағанда ла ҡатмарлыраҡ бурыс.

Бөгөн был эшкә илебеҙҙең бөтә төбәктәре лә йәлеп ителгән, уға Рәсәй Федерацияһының яңы субъекттары әүҙем ҡушыла. Төрлө аудиториялар – балалар һәм йәштәр, өлкәндәр, пенсионерҙар өсөн махсус проекттар әҙерләнеп, тормошҡа ашырыла. Иң популяр темалар араһында – киберграмоталылыҡ, инвестициялар, яңы технологиялар, йәмәғәт финанстары һәм башҡалар менән бәйле мәсьәләләр, – тип хәбәр иттеләр Рәсәй банкынан.

Башҡортостанда граждандарға финанс белеме биреү буйынса эште Финанс министрлығы көйләй. 2022 йылда республиканың Финанс үҙәге ҡарамағында төбәк финанс грамоталылыҡ үҙәге булдырыла, ул 2030 йылға тиклем Финанс грамоталылығын арттырыу һәм финанс мәҙәниәтен формалаштырыу стратегияһының бурыстарын федераль һәм республика ведомстволары менән бергә тормошҡа ашырасаҡ.

Башҡортостанда финанс яҡтан белем кимәлен күтәреү буйынса эшмәкәрлеккә мәктәп уҡыусылары, студенттар йәлеп ителгән. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, төбәк был эште киңәйтергә тәҡдим иткән.

Һорау алыуҙар Башҡортостан халҡының финанс йәһәтенән аңлыраҡ була барыуын күрһәтә. Конкурстың финал этабында ҡатнашыу өсөн республиканың Финанс министрлығы “Финтеллект” квизын – төбәктең профсоюз хәрәкәтендә эшләгән йәштәр өсөн интеллектуаль уйын проектының презентацияһын ебәрҙе. Бөгөнгә республиканың Профсоюздар федерацияһы составына 430 меңдән ашыу кеше инә, был Башҡортостанды ошо күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынға сығара.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: