Иҡтисад
12 Март 2025, 10:30

Башҡортостан сит илдәр менән бәйләнеште нығыта

Тышҡы сауҙа әйләнешенең сирек өлөшө Ҡытай менән бәйле.  

Башҡортостан сит илдәр менән бәйләнеште нығытаБашҡортостан сит илдәр менән бәйләнеште нығыта
Башҡортостан сит илдәр менән бәйләнеште нығыта

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең идара итеү командаһы менән хеҙмәтәшлеккә асыҡ булған барлыҡ илдәр менән халыҡ-ара кооперацияны нығытыу буйынса эште дауам итә. Башҡортостандың принцибы – бер ишек ябылһа, икенсеһе асыла.

Ҡытай Башҡортостандың иң ҙур сит ил партнеры булып тора. Республикабыҙҙың бөтә тышҡы сауҙа әйләнешенең дүрттән бер өлөшө тиерлек Ҡытай Халыҡ Республикаһына тура килә. Һәм был сик түгел. Башҡортостан шулай уҡ Беларусь Республикаһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Берлектә тормошҡа ашырылған проекттар, эш башлаған производстволар ҙа бар. Үзбәкстан, Ҡаҙағстан менән дә эшлекле мөнәсәбәт булдырылған. Үҙәк Азия – Рәсәй өсөн стратегик төбәк. Ҡаҙағстан майҙаны буйынса ҙур булһа, Үзбәкстан – Үҙәк Азияла халыҡ һаны буйынса алдынғы.  

Халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса эш туҡталғаны юҡ. Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда Рәсәй-Ҡытай индустриаль паркының башҡарма етәксеһе Хао Лянюань ханым менән осрашты. Көн тәртибендә Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләһе тураһында һүҙ барҙы.  Башҡортостан Башлығы Ҡытай менән мөнәсәбәттәрҙең мөһимлеген атаны, был илде төбәктең төп тышҡы иҡтисади партнерҙарының береһе булыуын билдәләне.

– Шуны әйтеү мөһим, беҙ тауар әйләнеше күләмен арттырырға ғына ынтылмайбыҙ, хеҙмәттәшлектең тәрәнерәк формаларын да үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Ҡытай партнерҙары менән һөйләшеүебеҙҙе юғары баһалайбыҙ һәм берлектәге эштең төрлө варианттарын тикшерергә әҙербеҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Хао Лянюань ханым берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй –Ҡытай индустриаль паркының ҡаҙаныштарын билдәләне. Шулай уҡ ул Ҡытай индустриаль паркында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән продукция менән павильондар булдырыу планы тураһында һөйләне. Был да сауҙа һәм мәҙәни аралашыуҙы үҫтереүҙә мөһим аҙым булып тора.

 – Башҡортостан менән беҙҙең хеҙмәттәшлек тотороҡло прогресты күрһәтә. Берҙәм тырышлыҡ менән иҡтисади бәйләнеш өсөн яңы  офоҡтар аса алыуыбыҙға ышанам, - тине Хао Лянюань ханым.

Осрашыу һуңында индустриаль парк етәксеһе Башҡортостан вәкилдәрен май айында  Шэньчжэндә үтәсәк сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса 2-се Рәсәй-Ҡытай конференцияһына саҡырҙы. Был сара инвестициялар йәлеп итеү һәм ике яҡлы иҡтисади бәйләнеште нығытыу һорауҙарын тикшереү өсөн майҙансыҡҡа әүереләсәк.

ФЕКЕР  

Валерий Иванкович, “МАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте - “БЕЛАВТОМАЗ” холдингының идарасы компанияһының генераль директоры:

– “МАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте - “БЕЛАВТОМАЗ” холдингының идарасы компанияһын Башҡортостан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек бәйләй. Республиканың автопаркы яңы МАЗ техникаһы менән даими тулылана: йөк, махсус, пассажирҙар техникаһы һорау менән файҙалана. “Өфө трамвай-троллейбус заводы” акционерҙар йәмғиәте менән берлектә МАЗ машина комплекты нигеҙендә “Горожанин” троллейбустарын етештереү буйынса перспективалы кооперация проекты тормошҡа ашырыла. Былтыр МАЗ һәм Өфө трамвай-троллейбус заводының берлектәге продукцияһы Рәсәй баҙарының 33 процентын биләне. Партнерлыҡ мөнәсәбәттәре әүҙем үҫешә. ”Алға” иҡтисади зонаһында “МАЗ – Өфө трамвай-троллейбус заводы электр транспорты үҫеше биләмәһе” берлектәге предприятиеның йыйыу производствоһын булдырыу ҙа быға дәлил булып тора. Был иһә пассажир транспортын сығарыуҙы йылына ике мең берәмеккә тиклем арттырырға булышлыҡ итәсәк.

Вероника Никишина (Рәсәй экспорт үҙәгенең генераль директоры):

 – Башҡортостан – Рәсәйҙең төп эскпорт төбәктәренең береһе. Хөкүмәттең һәм бизнестың берлектәге тырышлығы төбәктең иҡтисади үҫеш кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итеүенең сағыу миҫалы был. Башҡортостан компаниялары Рәсәй экспорт үҙәге тәҡдим иткән ярҙам һәм хеҙмәт сараларын әүҙем ҡуллана. Былтыр Рәсәй экспорт үҙәге ярҙамы менән республика компанияларының тышҡы сауҙа килешеүҙәре күләме 26 миллиард һумға етте. Яңы бейеклектәргә ынтылыуҙарында Башҡортостан компанияларына ярҙам итә алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Сөнки уларҙың уңыштары төбәктең һәм тотош илдең иҡтисадын нығыта.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас