Иҡтисад
12 Март 2025, 14:15

“Башҡортостан сода компанияһы”ның яҙмышы билдәле

Был үҙгәреш уның эшенә йоғонто яһамаясаҡ, тип белдерҙеләр.

“Башҡортостан сода компанияһы”ның яҙмышы билдәле“Башҡортостан сода компанияһы”ның яҙмышы билдәле
“Башҡортостан сода компанияһы”ның яҙмышы билдәле

Быйыл 3 мартта “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең стратегик предприятиелар исемлегенән сығарылыуы билдәле булды. РФ Президенты Владимир Путиндың тейешле указы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

Президент указына ярашлы, хөкүмәт өс ай эсендә федераль милектәге 951,5 мең ябай акцияны, шул иҫәптән Башҡортостан Хөкүмәтенә ҡараған “Төбәк фонды” акционерҙар йәмғиәтенең ышаныслы идаралығындағы 191,2 мең акцияны ышаныслы идара итеүҙе туҡтатырға тейеш.

Мәғлүм булыуынса, БСК-ны стратегик предприятиелар иҫәбенән сығарыу уның эшенә йоғонто яһамаясаҡ, предприятие ил етәкселеге ҡуйған бурыстарҙы үтәүен дауам итә һәм республика бюджетына һалым керемдәрен һаҡлап ҡаласаҡ. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

– Хосусилаштырыу иҡтисади тормоштоң тәбиғи өлөшө булып тора. Дәүләт бындай ҡарарҙарҙы, ҡағиҙә булараҡ, ҙур производстволар менән идара итеүҙе ҡулайлаштырыу, эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләү һәм табыш алыу маҡсатында ҡабул итә.

Әлеге ваҡытта “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте менән оператив идара итеүҙе “Росхим” компанияһы тормошҡа ашыра, ул предприятиены компетентлы һәм юғары һөҙөмтәле үҫтерә, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡуйған производствоны модернизациялау, экологик проблемаларҙы хәл итеү һәм хәйриә сәйәсәте буйынса бурыстарҙы хәл итә.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Республикаһы хосусилаштырыу сараларынан һуң йәнә контроль пакетын һаҡлап ҡаласаҡ, Директорҙар советында күпселек төбәк вәкилдәре ҡулында буласаҡ, был предприятие эшмәкәрлеген контролдә тоторға һәм уның идаралығында мөһим стратегик ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк. Үҙгәртеп ҡороу саралары өҫтәмә инвестициялар йәлеп итергә һәм Башҡортостандың сәнәғәт ҡеүәтен киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк. Предприятие ил етәкселеге ҡуйған бурыстарҙы үтәүен дауам итәсәк һәм төбәк бюджетына һалым керемдәрен һаҡлап ҡаласаҡ, — тип белдерҙеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Хәлде тикшереүгә билдәле политологтар ҙа ҡушылды, улар республика етәкселегенең тыныс һәм ышаныслы реакцияһында “БСК” акционерҙар йәмғиәтенең киләсәге тураһында федераль үҙәк менән кулуар килешеүҙәр билдәләрен күрә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда ил Президенты предприятие акциялары пакетының бер өлөшөн республикаға тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндә, тап төбәктең акционерҙар йәмғиәте өҫтөнән контролде тәьмин итергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай итеп, федераль үҙәк, 2000 йыл аҙағында — 2010 йыл башында законһыҙ хосусилаштырыу шарттарын иҫәпкә алып, ил һәм “БСК” Башҡортостан халҡы мәнфәғәтенә донъялағы иң эре кальцинирланған сода етештереүселәрҙең береһен гармониялы һәм эҙмә-эҙлекле үҫтереү өсөн тыйыуҙар һәм ҡапма-ҡаршылыҡтар системаһын булдыра.

– Күрәһең, был федераль кимәлдәге оҙайлы һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе, быға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың профессиональ тәжрибәһе һәм федераль кимәлдәге көслө позициялары булышлыҡ итте, – тип аңлатты сәйәси фәндәр кандидаты, “Берлек-Берҙәмлек” геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге эксперт-аналитик Артур Сөләймәнов.

Башҡортостан компанияның активтары өҫтөнән контролде һаҡлап ҡалыу, төбәк бюджетына тотороҡло керемдәрҙе тәьмин итеү һәм предприятиены артабан үҫтереү гарантиялары кеүек төп мәнфәғәттәрҙе яҡлай алды.

– Бөгөн компания – ул төбәк предприятиеһы ғына түгел, ул күптән ошо сиктәрҙән сығып киткән. Президентыбыҙ Владимир Путин 2021 йылда “БСК”-ның өлөшөн бүлеү буйынса үҙ йөкләмәһендә Башҡортостан халҡының мәнфәғәттәре ҡыҫырыҡланмаясағын, төбәктең контроль пакет акциялары ҡаласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “БСК”-ның яңы, федераль кимәлгә сығыуы предприятиены яңыртырға, яңы эш урындары булдырырға, республиканың химия сәнәғәтен бер нисә аҙымға алға сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Был республика иҡтисады өсөн ҙур плюс, – тип иҫәпләй Артур Сөләймәнов.

Эксперт һүҙҙәренсә, ресурстар сикләнгәнлектән, республика “БСК” компанияһын үҙе генә яңы үҫеш кимәленә сығара алмай, шуға бәйле федераль үҙәккә ярҙам итеү айырыуса мөһим. Ҡабул ителгән ҡарарҙың нигеҙлелегенә, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше өсөн асылған уңайлы перспективаларға БР Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Владимир Савичев иғтибар итте.

– “БСК” – бөтә ил өсөн мөһим предприятие, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан уның өҫтөнән контролде һаҡлап ҡалырға тейеш, – тип аңлатты Владимир Савичев.

Күренеүенсә, 2025 йылға сәйәси-иҡтисади шарттар 2021 йылғы хәлдән ныҡ айырыла. Бөгөн дәүләт алдында социаль-иҡтисади тотороҡлолоҡто һәм тиҙләтелгән үҫеште тәьмин итеү бурыстары тора. Шуға бәйле беҙ сәйәси эксперттарҙың фекерен уртаҡлашабыҙ, “БСК” акционерҙар йәмғиәтенең федераль өлөшөнөң хужаһы алмашыныуға ҡарамаҫтан, ил етәкселеге тарафынан төбәк мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыу принцибы ҡаҡшамаҫ булып ҡаласаҡ.

Бында Федераль акторҙарҙың мәнфәғәттәрен һәм мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, төбәк позицияһын яҡлай белгән Радий Хәбировтың юғары кимәлдәге компетентлығын һәм сәйәси йоғонтоһон танырға кәрәк. Уның төбәк һәм федераль мәнфәғәттәр араһында баланс табыу һәләте ҡатмарлы иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа Башҡортостан идара итеү командаһының һөҙөмтәлелеген күрһәтә. 

Шулай итеп, “БСК” идара итеү структураһындағы ағымдағы үҙгәрештәрҙе еңелеү тип түгел, ә предприятиеның позицияларын нығытыуға һәм уның төбәк һәм тотош ил мәнфәғәтендә тотороҡло үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән стратегик аҙым тип ҡарарға кәрәк.

Фото сығанағы: www.soda.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас