Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Март 2025, 14:20

Креатив индустрия көнө ҡасан билдәләнә?

Был тармаҡты үҫтереүгә туранан-тура булышлыҡ итәсәк.

Креатив индустрия көнө ҡасан билдәләнә?
Креатив индустрия көнө ҡасан билдәләнә?

Башҡортостанда Креатив индустрия көнө барлыҡҡа килде. Ул йыл да 8 август көнө билдәләнәсәк. Был туралағы Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Светлана Верещагина әйтеүенсә, Рәсәй Президентының Указында, унда илебеҙ үҫеше өсөн милли проекттар билдәләнгән, төп бурыстарҙың береһе итеп иҡтисадта креатив индустрияның өлөшөн арттырыу күрһәтелгән. Шуның өсөн дә, "ижади ҡараш булдырған һәм креатив проекттар өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙән һанала" тип  ышаныслы әйтә алабыҙ. Әйткәндәй, былтыр креатив индустрияны үҫтереү тураһында Федераль Закон сыҡты. Ул мотлаҡ рәүештә был тармаҡты үҫтереүгә туранан-тура булышлыҡ итәсәк.

– Ғөмүмән, креатив индустрия – ул иҡтисади эшмәкәрлек, креатив продукт иһә эштәр, хеҙмәттәр күрһәтеү һәм башҡалар, – ти Светлана Михайловна. – Федераль Закон нигеҙендә креатив индустрия тармағындағы проекттар ярҙамға өмөт итә ала. Шуны дөрөҫ аңлайыҡ, ошо төшөнсә яңы ғына ҡулланылышҡа инһә лә, индустрия күптән үҫеш юлында ине. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың хәстәрләге арҡаһында күп креатив продукттар Башҡортостан Башлығы Фондынан, гранттар нигеҙендә, ярҙам ала.

Фото: tv.rbc.ru

Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас