Иҡтисад
13 Март 2025, 09:20

Башҡортостан сәнәғәте үҫеш юлында

Сәнәғәт үҫеше фонды сәнәғәт проекттарына ҙур ярҙам күрһәтә.

Башҡортостан сәнәғәте үҫеш юлындаБашҡортостан сәнәғәте үҫеш юлында
Башҡортостан сәнәғәте үҫеш юлында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә республикабыҙҙың Сәнәғәт үҫеше фондының 2024 йылғы эш йомғаҡтары һәм һөҙөмтәләре тураһында һүҙ барҙы, шулай уҡ унда әлеге иҡтисади шарттар буйынса ла фекер алыштылар.

Радий Фәрит улы билдәләүенсә, етештереү предприятиелары Башҡортостан үҫешенең төп драйверы һанала. Беҙҙең республика үҫешкән сәнәғәт инфраструктураһы арҡаһында көслө. Башҡортостанда 12 индустриаль һәм 19 технопарк бар, туғыҙ сәнәғәт кластеры төҙөлгән. Былар буйынса республика Рәсәйҙә – беренсе.

2017 йылдан алып республикабыҙҙың Сәнәғәт үҫеше фонды беҙҙәге сәнәғәт проекттарына ҙур ярҙам күрһәтә. Асылып эшләй башлағандан алып, фонд 59 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп итеүгә өлгәшкән, шуның 23 миллиардтан ашыуы Рәсәй Сәнәғәт үҫеше фондына тура килә. Фонд иһә 202 проектты уңышлы тормошҡа ашырған, үҙ сиратында, дүрт меңдән ашыу кеше яңы эш урыны менән тәьмин ителгән, һалым түләүҙәр күләме 34 миллиард һумдан ашҡан.

Өҫтәүенә, фонд эш барышында төбәктең 25 муниципаль районына инвестиция проекттары өсөн ташламалы финанстар ойошторған. Иң күп аҡса машина төҙөлөшө һәм химия сәнәғәте тармаҡтарына йүнәлтелгән.

Уңышлы тормошҡа ашырылған проекттар һаны буйынса Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары, Туймазы районы лидерҙар исемлеген тулыландыра. Мәҫәлән, "Ойлтиммаш" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек яҡшы ойошторолған. Ошо ойошма 2021 йылда 10 миллион һумлыҡ займ алған, ә 2022 йылда 167 миллион һумлыҡ проект тормошҡа ашырылған. 2024 йылда иһә предприятие өсөн 940 миллион һумлыҡ займ алыуға рөхсәт бирелгән.

Ҡыҫҡаһы, ошондай ярҙам саралары уларға етештереү ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ иткән һәм компанияларҙың килемен күбәйткән. Әйтәйек, "Альтернатива" приборҙар төҙөү заводы өс йыл һуҙымында килемен бер миллиард һумдан ашыуға арттырған, "Корона" мебель фабрикаһы һәм "Автокомплект" Бәләбәй заводы" йәмғиәте лә күрһәткестәрҙе яҡшыртҡан.

Хәйер, Бәләбәйҙә саҡта ошо заводты ла барып күрҙек. Ҡеүәтле һәм заманса предприятиеларҙың береһе ул. Бында бик күп кеше үҙенә эш урыны тапҡан, завод сифатлы тауар етештереп, конкуренцияға бирешмәй эшләүен дауам итә. "Автокомплект" Бәләбәй заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселегенең һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү һәр йәһәттән дә отошло. Токарь Вадим Лоҡманов менән әңгәмәләштек. Ул эшен ярата, уға эйәреп ике иптәше лә бында эшкә килгән.

Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан Сәнәғәт үҫеше фонды беҙҙәге предприятиелар менән тығыҙ бәйләнеш булдырған, үҙ-ара хеҙмәттәшлек нығынғандан-нығый. Ысынлап та, Башҡортостанда заводтар гөрләп эшләп тора, кешеләргә күпләп эш урындары булдырыла.

Башҡортостан Сәнәғәт үҫеше фондының эше туранан-тура капитализацияның күләменә бәйле. Әйткәндәй, фондтың йыл да башҡарылған капитализацияһы 1, 353 миллиард һум тәшкил иткән. Был уға ошоға оҡшаш төбәк фондтары араһында 20-се урынға сығыуға юл асҡан да инде.

2021 йылдан алып Сәнәғәт үҫеше фонды сәнәғәт кластерҙарын төҙөү һәм улар менән идара итеү буйынса федераль проектта әүҙем ҡатнаша. 2024 йылдың аҙағына Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының федераль реестрына республикабыҙҙың 23 кластеры ингән, ул үҙенең эсенә Башҡортостандағы һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәрендәге 228 предприятиены ала.

2025 йылда республикабыҙҙың Сәнәғәт үҫеше фонды сәнәғәт проекттарын һәм кластерҙарҙың үҫешенә ярҙам итеүҙе эш планы итеп алған.

Беҙҙәге Сәнәғәт үҫеше фонды булышлығында Башҡортостан, Рәсәйҙә берҙәм тәҙрә системаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән пилот проектына әйләнә, үҙ сиратында, бөтә сәнәғәт предприятиеларына ла дәүләт ярҙамының бөтә төрө лә күрһәтеләсәк.

Фото:  grain-prof.ru 

ФЕКЕР

Наил НУРҒӘЛИЕВ, "Алтын солоҡ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры:

– "Алтын солоҡ" бал ҡортоноң балынан һәм бүтән әйберҙәренән кеше һаулығы һәм матурлығы өсөн тауар етештереүҙе юлға һалған. Компания эшмәкәрлеген өс йүнәлештә йәйелдергән – ярымфабрикаттар етештерәбеҙ, әҙер тауар эшләп сығарабыҙ һәм контракт етештереүен юлға һалғанбыҙ.

Предприятиеның үҫешенә, етештереүгә ярҙам итеүҙе күҙ уңында тотҡан, һүҙ ҙә юҡ, Башҡортостан программаларында ҡатнашыу туранан-тура булышлыҡ итә. Мәҫәлән, беҙгә йыллыҡ 1-2 процент ставка менән биш йылға ташламалы кредит бирәләр. Улай ғына ла түгел, күргәҙмәләрҙә бер тин аҡса түләмәй ҡатнашабыҙ, шул иҫәптән, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә лә беҙгә майҙан бүленә.

Үҫешкә ҡоролған бындай дәүләт программаларында 2018 йылдан алып ҡатнашабыҙ. Үҫеш булғас, килем дә арта. Әйтәйек, эшләй башлаған ваҡытты һәм 2024 йылды сағыштырып ҡараһаң, айырма ер менән күккә араһына тиң булмаһа ла, табыш ярайһы артҡан. Маҡсат – кешеләрҙе сифатлы тауар менән тәьмин итеү.

Әйткәндәй, бөтә сит ил ҡоролмаларын компания республикабыҙҙың Сәнәғәт үҫеше фонды аша (субсидия) ала.

Ҡыҫҡаһы, Башҡортостан етәкселегенең тос ярҙамын тойғас, ең һыҙғанып эшләйбеҙ, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ, алға киткән предприятиелар исемлеген тулыландырыуҙы ниәт итеп алғанбыҙ.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас