Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Март , 23:10

Проекттар хупланды

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» форматында төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Проекттар хупланды
Проекттар хупланды

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» форматында төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Эш башында төбәк етәксеһе 2024 йыл йомғаҡтары буйынса республика иҡтисадына инвестициялар күләме 783,8 миллиард һум тәшкил итеүен хәбәр итте. Был - Башҡортостан өсөн рекордлы күрһәткес, ул 2023 йылдан 9,7 процентҡа юғарыраҡ.

 - Был беҙҙең идара итеү командаһының һөҙөмтәле эшләүе хаҡында һөйләй. Иң мөһиме, был - республиканың киләсәк үҫешенә индергән өлөшө, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Киләсәктә иҡтисадҡа инвестицияларҙың йыллыҡ күләме 1 триллион һумға етеүенә ынтылырға кәрәк.

Артабан инвестиция комитеты ултырышында ауыл хужалығында һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы башланғыстар ҡаралды. «Нурис» компанияһының генераль директоры Рөстәм Исаков Шишмә районында «Сәфәр» һөт комплексын төҙөү проектын тәҡдим итте. Заманса эшкәртеү производствоһын булдырыуға 500 миллион һум аҡса тотонорға планлаштыралар. Яңы майҙансыҡта каркаслы һыйыр аҙбарҙары төҙөлә башлаған да инде. Бынан тыш, проект һауыу комплексын һәм иген һаҡлағысты монтажлауҙы күҙ уңында тота. Өҫтәмә ҡеүәттәр эре мөгөҙлө мал һанын 2,5 мең һыйырға тиклем арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Ә етештерелгән һөт күләме йылына 10 мең тоннаға тиклем артасаҡ.

Башҡортостандың инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус бирҙе. Инвесторға шулай уҡ тоҡомло мал һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау ҡаралған.

Өфөлә Минск автомобиль заводының яңы дилерлыҡ үҙәген төҙөү пландары тураһында «УРАЛМАШ» компанияһы директоры Никита Морозов һөйләне. Һүҙ “МАЗ” менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында бара. Мәғлүм булыуынса, 2022 йылдың сентябрендә Өфө районы биләмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Белоруссия премьер-министры Роман Головченко Минск автомобиль заводының дилерлыҡ үҙәген асыуҙа ҡатнашҡайны.

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы булышлығында яңы майҙансыҡ һайланды. Тәҡдим ителгән концепцияға ярашлы, М-5 трассаһы янында Нуғай ауылы районында майҙаны 11 мең квадрат метрлыҡ өс ҡатлы бина төҙөргә планлаштыралар, унда шоу-рум, сервис хеҙмәтләндереү майҙансығы, автомобиль йыуыу һәм келәттәр урынлаштырыласаҡ. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 500 миллион һумдан ашып китәсәк. Үҙәкте асҡандан һуң унда 100-ҙән ашыу белгес эшләйәсәк. Киләсәктә предприятие Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән Белоруссия йөк һәм пассажир транспортын хеҙмәтләндерә аласаҡ.

Республиканың инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хупланы. Уға өҫтөнлөклө статус биреләсәк. Инвесторға шулай уҡ дилерлыҡ үҙәге төҙөү өсөн ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтеләсәк.

«Динамика» һәм «Үҫеш» компанияларының генераль директоры Марат Мөрсәлимов Стәрлетамаҡта автомобилдәрҙе хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса ике күп функциялы үҙәк төҙөү проектын тәҡдим итте. Был маҡсатҡа 163 миллион һум йүнәлтергә планлаштыралар. Инвестор ҡалала объекттар төҙөү өсөн потенциаль майҙансыҡтар һайлап алған һәм алдан эҙләнеү эштәре үткәргән. Үҙәктәр асылғандан һуң уларҙа дөйөм алғанда 90 белгес эшләйәсәк. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проекттар өҫтөнлөклө статус алды. Стәрлетамаҡ хакимиәте шулай уҡ сервис комплекстары төҙөү өсөн ер участкаларын рәсмиләштереүгә булышлыҡ итәсәк.

Фото: glavarb.ru

 

Проекттар хупланды
Проекттар хупланды
Проекттар хупланды
Проекттар хупланды
Проекттар хупланды
Проекттар хупланды
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: