Иҡтисад
14 Март 2025, 14:45

Радий Хәбиров “ЭлКом” компанияһында булды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Иван Куликов “Башҡортостан Инновация технологиялары” компаниялар төркөмөнөң “ЭлКом” заводында булды.

Радий Хәбиров “ЭлКом” компанияһында булдыРадий Хәбиров “ЭлКом” компанияһында булды
Радий Хәбиров “ЭлКом” компанияһында булды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Иван Куликов “Башҡортостан Инновация технологиялары” компаниялар төркөмөнөң “ЭлКом” заводында булды.

Предприятие “Зубов” технопаркы резиденты булып тора һәм төбәктең Инвестиция комитеты раҫлаған проектты тормошҡа ашыра.

Заманса юғары технологиялы комплекс 2014 йылда асылды, унда бүлгеләүсе һәм көйләүсе электр аппаратураһы етештерәләр. Ул йылына алты мең дана корпус продукцияһы, комплектлаусы әйберҙәр етештереүгә иҫәпләнгән. Иң ҙур партнерҙары иҫәбендә – “Роснефть”, “Газпром автоматизация”.

Билдәле булыуынса, 2024 йылдың февралендә Радий Хәбиров етәкселегендәге “Инвестсәғәт”тә заводтың икенсе сиратын төҙөү проектын ҡарағайнылар.

“БИТ” компанияһы президенты Илшат Шәйхетдинов етештереүҙе киңәйтеүгә 650 миллион һум тотонолоуы, шул иҫәптән Сәнәғәтте үҫтереү федераль фонды аша 200 миллион һумға ҡорамалдар алыныуы тураһында һөйләне. Яңы ҡеүәттәрҙе файҙалана башлау 70 яңы эш урыны булдырасаҡ.

Башҡортостан Башлығы технологик процестар менән танышты, иретеп йәбештереү участогын, металды лазер менән эшкәртеү зонаһын, металл конструкцияларҙы буяу цехын ҡараны.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас