Иҡтисад
14 Март 2025, 07:30

Ҙур тармаҡҡа оло бурыстар ҡуйыла

Төҙөлөш комплексы – Башҡортостандың иң ҙур иҡтисади тармаҡтарының береһе, ул төбәктең тулайым продуктының ете процентын тәшкил итә

Ҙур тармаҡҡа оло бурыстар ҡуйылаҘур тармаҡҡа оло бурыстар ҡуйыла
Ҙур тармаҡҡа оло бурыстар ҡуйыла

Төҙөлөш комплексы – Башҡортостандың иң ҙур иҡтисади тармаҡтарының береһе, ул төбәктең тулайым продуктының ете процентын тәшкил итә. Күптән түгел республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә “Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш комплексының 2024 йылғы эше йомғаҡтары һәм 2025 йылға пландар” тип аталған сараһында тармаҡтың бөгөнгө торошо һәм киләсәккә бурыстары тураһында һөйләшеү барҙы.

"Былтыр беҙҙең республика төҙөүселәре 480 миллиард һумдан ашыулыҡ эш башҡарҙы, был алдағы йыл менән сағыштырғанда һигеҙ процентҡа күберәк, – тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов – Төҙөлөш күләменең тотороҡло арта барыуын Башҡортостан алтынсы йыл рәттән күрһәтә инде. Беҙ – Рәсәй буйынса иң яҡшы унау иҫәбендә".

Кәңәшмәлә билдәләүҙәренсә, былтыр республика сираттағы рекорд ҡуйҙы – 3 миллион 348 мең квадрат метр торлаҡ төҙөп тапшырылды. Һөҙөмтәлә 122 мең ғаилә үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Торлаҡ майҙанын файҙаланыуға индереүҙә Өфө ҡалаһы һәм районы, Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский ҡалалары, Иглин районы  алдынғылар булып тора.

Торлаҡҡа эйә булыуҙа дәүләттең ярҙамы ла ҙур. Былтыр ғына, мәҫәлән, граждандарҙың ташламалы категорияһына эйә  7 326 кешегә торлаҡ бирелгән. Ошо маҡсатта ҡаҙнанан 3,8 миллиард һум бүлгәндәр.  Ә ошо уҡ төркөмгә ҡараған етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса билдәләнгән план 35 процентҡа арттырып үтәлгән – 1029 бала фатирлы булған.

Алданған өлөшсөләр проблемаһы төҙөлөш тармағы өсөн иң көнүҙәктәрҙең береһе булып тора. Күптән түгел генә ул бик ҡырҡыу ине, алданған кешеләр пикеттар һәм митингтарҙы ла йыш ойошторҙо.

Радий Хәбиров Башҡортостанға ҡайтҡас та ошо проблеманы эҙмә-эҙлекле хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алды.  Йорт төҙөүҙәге алдашыу схемаларының ҡатмарлы комбинациялары, биналарҙың техник үҙенсәлектәре асыҡланды, компенсация юлдарын эҙләнеләр. Алданған өлөшсөләргә ярҙам итеүсе федераль структуралар менән тығыҙ бәйләнеш булдырылды. Үтә көсөргәнешле эш һөҙөмтәһендә 11 мең кеше торлаҡҡа хоҡуғын ҡайтарҙы, “һаҡаллы” төҙөлөштәр исемлегенә эләккән 80 йорт файҙаланыуға тапшырылды, дүрт меңдән ашыу кешегә 10 миллиард һум компенсация түләнде.

Башҡортостан социаль һәм инфраструктура объекттарын да күп төҙөй. Былтыр, мәҫәлән, социаль тәғәйенләнештәге 19 бина файҙаланыуға индерелгән, шуларҙың 17-һе Республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында, ә ике объект ҡаҙнанан тыш сығанаҡтар ярҙамында төҙөлгән. Улар араһында иң билдәлеләре иҫәбендә Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәген, Фехтование үҙәген күрһәтергә мөмкин.

Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә төҙөлөш тармағын артабан әүҙемләштереүҙә 2019 йылдан алып илебеҙҙәге милли проекттар төп таяныстарҙың береһе булып тора. Беҙҙең республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы ошо трмаҡҡа ҡағылышлы булған алты проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашты, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” шуларҙың иң мөһиме булып тора. Уның төп бурысы – торлаҡ төҙөп тапшырыуҙың йыллыҡ күләмен арттырыу һәм граждандарҙы 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата авариялы хәлдә тип табылған йорттарҙан күсереү.  Ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн йыллыҡ план күрһәткестәре лә билдәләнгән, улар төрлө программаларҙа ҡаралған торлаҡ төҙөлөшө һәм әҙер фатирҙарҙы файҙаланыуға тапшырыуҙы күҙәтеү аҫтында тотоу мөмкинлеге бирә. 2019 йылдан алып үткән осорҙа был күрһәткестәр Башҡортостанда йыл һайын үтәлеп килә. 2024 йыл йомғаҡтары раҫлауынса, торлаҡ төҙөп тапшырыу планы 13,5 процентҡа арттырып үтәлгән. Һөҙөмтәлә 2019 йылдан алып 2024 йыл тамамланғанға саҡлы республикала 17,5 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, был иһә алдан билдәләнгән прогноздан 14 процентҡа күберәк.

Торлаҡ төҙөлөшө программаларын үтәүҙе дәртләндереүгә йүнәлтелгән “Стимул” программаһы ла бында ярайһы уҡ ыңғай йоғонтоға эйә. Уның нигеҙендә федераль ҡаҙнанан 13 миллиард һум субсидия бүленгән. Республика һәм муниципалитеттар ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә 4,7 миллиард һум бүлеп бирелгәс, бөтә был аҡсаға торлаҡ даирәһен сифатлы итеп үҫтереү мөмкинлеге биргән 27 инфраструктура объекты төҙөү мөмкинлеге тыуған.

 

Быйыл һәм яҡын йылдарҙа төҙөлөш тармағын ниҙәр көтә?

"Башҡортостандың төҙөлөш тармағы тотороҡло үҫә барыуын күрһәтә. Берҙәм механизм булараҡ, беҙ төп маҡсатҡа – кешеләр тормошо өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхит булдырыуға табан хәрәкәт итәбеҙ,  – тине министр вазифаһын башҡарыусы. – Киләсәккә пландар ҙур. Тәүге сиратта, ул яңы милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҡайтып ҡала. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты электән ғәмәлгә ашырыла килгән федераль программаларҙың, шул иҫәптән – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп өҫтөнлөктәрен һәм бурыстарын берләштерә".

2030 йылға Рәсәйҙең торлаҡ фондын 20 процентҡа яңыртыу бурысы ҡуйылһа, Башҡортостан буйынса был күрһәткес 26 процент тип билдәләнгән. Республикала һәр кешегә уртаса торлаҡ майҙаны 35, ә Рәсәйҙә 33 квадрат метрға етәсәк.

 

 

Данил АКИЛОВ,

Көйөргәҙе районының хакимиәт башлығы урынбаҫары:

"Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың ҡаҙналарынан етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балаларға торлаҡ биреү маҡсатында бүленгән субвенцияны һәм башҡа ярҙам сараларын файҙаланып, Көйөргәҙе районы 2022 йылда Күмертау ҡалаһында 14 етем балаға фатир тапшырҙы.

2023 йылда Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрлығы 16 885 695,70 һум бүлде,  был аҡсаға район алты фатир алды һәм ата-әсә ҡарауынан мәрхүм булған етем балаларға бирҙе, бынан тыш ике сертификат тапшырҙы, уларға Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта фатир һатып алынды. Ошо йылда, маҡсатлы күрһәткес биш фатир тип билдәләнһә лә, ғәмәлдә һигеҙ кешене торлаҡ менән тәьмин итә алдыҡ.

2024 йылда, ошо уҡ Министрлыҡ һәм Көйөргәҙе районы хакимиәте араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, республика ҡаҙнаһынан 26 819 760,00 һум бүленде. Шуға өҫтәп Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә 886 248,00 һум бирелде. Сауҙалашыу процедураһы һөҙөмтәһендә туғыҙ контракт төҙөлдө, ете миллион һумдан ашыуға бөтә уңайлыҡтары булған фатир һатып алыуға ике сиртификат тапшырылды".

 Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас