Иҡтисад
18 Март 2025, 14:30

Ауыл хужалы продукцияһын экспортлау мәсьәләләре ҡаралды

Өфөләге Агросәнәғәт форумының пленар ултырышы “Агросәнәғәт комплексы экспорты: маҡсаттар, трендтар һәм 2030 йыл үҫешенең төп ориентирҙары” тип аталды.

Ауыл хужалы продукцияһын экспортлау мәсьәләләре ҡаралдыАуыл хужалы продукцияһын экспортлау мәсьәләләре ҡаралды
Ауыл хужалы продукцияһын экспортлау мәсьәләләре ҡаралды

Өфөләге Агросәнәғәт форумының пленар ултырышы “Агросәнәғәт комплексы экспорты: маҡсаттар, трендтар һәм 2030 йыл үҫешенең төп ориентирҙары” тип аталды.

Сараның модераторы булып РФ Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы “Рәсәй – Африка” буйынса Хеҙмәттәшлек советы эксперты М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Африка диаспоралары менән эшләү буйынса комиссияһы рәйесе Луис Гоуенд сығыш яһаны.

Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты маҡсаттарының береһе булып тора. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2030 йылға агросәнәғәт продукцияһын экспортлау 2021 йыл менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға артырға тейеш.

“Башҡортостан халыҡ ҡулланғандан бер ярым тапҡырға күберәк продукция етештерә, – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Беҙ 80-90-сы йылдарҙа игенде Канаданан һатып ала инек. Әммә бөгөн күләм ҙур, хатта былтыр сөгөлдөр уңышының бер өлөшөн эшкәртеп өлгөрә алманыҡ. Беҙ артабан да үҫәсәкбеҙ”.  

Фото: БР Хөкүмәте сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас