Ошо ваҡыт эсендә 4,5 меңдән ашыу төр продукция һәм хеҙмәт лауреат һәм дипломант булды, ә Башҡортостан федераль кимәлдә тотороҡло алдынғы урындарҙы биләй. Конкурста ҡатнашыу предприятиеларға продукцияның сифатын күтәрергә, конкурентлыҡ һәләтен нығытырға һәм баҙарҙа танылыу яуларға ярҙам итә.
Сығанаҡтарҙан үҙ аллы проектҡа тиклем
Конкурсты үткәреү буйынса комиссия секретары һәм А.М. Моратшин исемендәге дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгенең мәғлүмәт бүлегенең төп белгесе Марина Сәйфемөлөкова әйтеүенсә, башта конкурс “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” программаһының төбәк этабы була. Әммә һуңыраҡ, республика Хөкүмәте ҡарары буйынса, ул үҙ аллы республика конкурсы статусын ала.
– Уның төп ҡаҙанышы тип иҡтисадтың төрлө тармаҡтары предприятиелары һәм ойошмалары араһында популярлыҡты атарға мөмкин, – тип билдәләне Марина Сәйфемөлөкова. – Федераль этапта Башҡортостан йыл һайын программала ҡатнашҡан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урындарҙың береһен биләй.
Ҡатнашыусыларға мөмкинлек
Конкурс предприятиеларға ҡеүәтле маркетинг ҡоралы бирә: дипломдар, наградалар, продукцияны конкурс логотиптары менән маркировкалау мөмкинлеге, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары“ йыллыҡ каталогында баҫмалар. Әммә уның әһәмиәте реклама сиктәренән сыға.
– Конкурста ҡатнашыу, уның критерийҙарына тап килергә тырышыу көсһөҙ урындарҙы асыҡларға һәм һиҙелерлек күтәрелергә ярҙам итә. Айырыуса йәш предприятиеларға продукцияны етештереүгә ҡуйыу, рөхсәт документтары менән бәйле һорауҙарға яуап алыу мөмкинлеге мөһим, – тине Марина Сәйфемөлөкова.
Конкурс нисек үтә?
Конкурс комиссияһын Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров етәкләй. Был составҡа шулай уҡ профилле министрлыҡ етәкселәре, Роспотребнадзор вәкилдәре, А.М. Моратшин исемендәге дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге белгестәре инә. Улар документацияны, продукция өлгөләрен баһалай, ә яңы ҡатнашыусылар булғанда производствоға сыға ала. “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2025“ конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү асылған да инде. Документтарҙы 1 апрелгә тиклем тапшырырға мөмкин. Бөтә номинациялар буйынса еңеүселәр май аҙағына тиклем билдәләнәсәк.
Лауреаттар федераль этапта – Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсында ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Уға иһә ноябрҙә йомғаҡ яһала.
Конкурс тураһында тулыраҡ: https://bashtest.ru/contests/.
Фото: mgazeta.com