Бөтә яңылыҡтар
10
Иҡтисад
18 Март , 16:00

Ер кешеһе өсөн еңел йыл юҡ

"Бүләк" һыйырҙарға ҙур бүләк булған. Һауынсылар һәм малсылар - роботтар.

Ер кешеһе өсөн еңел йыл юҡ
Ер кешеһе өсөн еңел йыл юҡ

Бөгөн Өфөлә агросәнәғәт форумы һәм 35-се “АгроКомплекс” халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды. 18 – 21 мартта барасаҡ сарала Рәсәйҙең ҡырҡ самаһы субъектынан һәм сит илдәрҙән 380 компания ҡатнаша.

Форумды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асып, уның эшендә уңыштар теләне.

– Бөгөнгө сарала Ҡаҙағстан, Сенегал, Белоруссия һәм башҡа дәүләттәрҙән дә ҡатнашалар. Уларҙы Башҡортостан ерендә сәләмләйбеҙ, ауыл хужалығы тармағын, агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙәге тәжрибә өлгөләре менән уртаҡлашырға әҙербеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар яңы партнерҙар табыр тип ышанам. Заман еңел түгел, ул барыбыҙҙан да ғәҙәти булмаған сағыу ҡарарҙар талап итә. Барығыҙға ла уңыштар теләйем, маҡсатҡа өлгәшәсәкбеҙ.

Тантанала ҡатнашҡан федераль кимәлдәге етәкселәр ошондай форум үткәреп, тармаҡ үҫешенә ҙур иғтибар бүлгән Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт әйтте, агросәнәғәт предприятиелары вәкилдәренә яң эш миҙгелендә ҙур уңыштар теләне.

– Ауыл хужалығы тармағы өсөн еңел йылдар юҡ, – тине улар. – Барығыҙға ла быйыл һауа торошоноң яҡшы булыуын, етештергән аҙыҡ-түлектең лайыҡлы хаҡҡа һатылыуын теләйбеҙ.

Билдәле булыуынса, агросәнәғәт форумында күркәм йола барлыҡҡа килде: сара барышында мотлаҡ яңы предприятиелар асыла. Бөгөн дә видеобәйләнеш тәртибендә Өфө районының “Ростсельмаш” компанияһының ремонт-сервис дилер үҙәге, Әбйәлил районының “Красная Башкирия” ауыл хужалығы ойошмаһында “Бүләк” смарт-экоферма эшенә старт бирелде. Тәүгеһенә 200 миллион һум инвестиция һалынған. Унда “Ростсельмаш” техникаһын һатыу буйынса “Шоу-рум” һәм гарантиялы сервис менән тәьмин итеү биләмәләре ойошторолған.

“Красная Башкирия” ауыл хужалығы предприятиеһында иһә былтыр 720 баш һауын һыйыры тотоу өсөн роботланған ферма төҙөү буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырыла башлағайны. Ул Покровка ауылы янында урынлашҡан. Предприятиеның тәүге өлөшө быйыл февралдә әҙер булды. Уның һөт етештереү ҡеүәте – йылына 3,9 мең тонна. Әле икенсе өлөштө төҙөү дауам итә. Һөт-тауар фермаһын 2028 йылда тулыһынса сафҡа индереү планлаштырыла.

– Беҙ “Красная Башкирия” өлгөһөндә роботланған ферманың заманса ғына түгел, ә иҡтисади яҡтан отошло ла икәнен күрһәтергә теләйбеҙ, – тине республика Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Артабан да республикаға яңы технологияларҙы йәлеп итергә тырышасаҡбыҙ. Тармаҡ киләсәге – индустриаль фермаларҙа.

Күргәҙмәлә республика Башлығы яңы техника төрҙәре менән танышты. Мәҫәлән, “Ростсельмаш” компанияһы вәкилдәре аграрийҙарға комбайндар, сапҡыстар, тракторҙар, тупраҡ эшкәртеү, сәсеү, мал аҙығы әҙерләү техникалары, малсылыҡ өсөн ҡорамалдар һ.б. тәҡдим итә.  Республиканың “БашАгроМаш” йәмғиәте “КС100 “Сулпан” үҙйөрөшлө сапҡысын күрһәтте. Компанияның ауыл хужалығы машиналары тулыһынса Башҡортостанда конструкцияланған, улар өсөн двигателдәр Минск мотор заводында эшләнгән. Ике аралағы хеҙмәттәшлектең тағы бер өлгөһө – “Гомсельмаш” холдингы комбайндарын Башҡортостандың “Агросила” предприятиеһында йыйыу. “Артабан да тығыҙ бәйләнештә эшләйәсәкбеҙ”, – тине “Гомсельмаш”тың генераль директоры Александр Новиков.

Билдәле булыуынса, ауыл хужалығы тармағы өсөн яңы Ватан техникаһы, ҡорамалдар алыу “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

– “АгроКомплекс” күргәҙмәһендә ауыл хужалығы техникаһын етештергән үҙебеҙҙең предприятиелар йылдан-йыл арта, – тине экспозицияны ҡарағанда республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Стәрлетамаҡта үҙйөрөшлө сапҡыстар эшләнә, Ҡырмыҫҡалы районында яңы тракторҙар йыя башланылар. Беҙҙең бурыс – аграрийҙарға финанслашыу иҫәбенә яңы техника алырға ярҙам итеү.

Бөгөнгө сара барышында тармаҡтың лайыҡлы предприятиелары бүләкләнде, “Агросәнәғәт комплексында экспорт: 2030 йылға тиклемге үҫештең маҡсаттары, трендтары һәм төп йүнәлештәре” тигән темаға пленар ултырыш булды. Шулай уҡ секциялар, конкурс майҙансыҡтары ойошторолдо.

Рәсәйҙән генә түгел, бөтә донъянан тармаҡ профессионалдары менән бәйләнеш булдырыу мөмкинлеге асҡан форум үҙ эшен дауам итә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Ер кешеһе өсөн еңел йыл юҡ
Ер кешеһе өсөн еңел йыл юҡ
Ер кешеһе өсөн еңел йыл юҡ
Ер кешеһе өсөн еңел йыл юҡ
Ер кешеһе өсөн еңел йыл юҡ
Ер кешеһе өсөн еңел йыл юҡ
Ер кешеһе өсөн еңел йыл юҡ
Ер кешеһе өсөн еңел йыл юҡ
Ер кешеһе өсөн еңел йыл юҡ
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: