Иҡтисад
18 Март 2025, 13:00

Матур бүләк булды

Беҙҙә изге традиция һаҡлана, тине Радий Хәбиров.

Матур бүләк булдыМатур бүләк булды
Матур бүләк булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә ойошторолған Агросәнәғәт форумы барышында Өфө районында "Ростсельмаш" комбайн заводының ремонт-сервис дилер үҙәген (телекүпер режимында) файҙаланыуға тапшырҙы һәм Әбйәлил районындағы "Бүләк" экофермаһының эшенә старт бирҙе.

– Беҙҙә изге традиция һаҡлана – бөтә эре форумдарҙа мотлаҡ рәүештә яңы производствоны асабыҙ, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Бөгөн Өфө һәм Әбйәлил райондарында ике предприятиеға старт бирҙек. Былар – өр-яңы ҡыҙыҡлы һәм сағыу проекттар, уларҙың республикабыҙҙың аграр тармағын үҫтереүҙә өлөшө ҙур буласаҡ.

Өфө районының Зубов ауылында дилер үҙәген асыу – "Акрос РБ" ауыл хужаплығы техникаһы компанияһы өсөн агрегаттар һәм запас частар етештереү буйынса производство цехын төҙөү проектының этабы ул.

Әбйәлил районының Покровка ауылы янында 720 һауын һыйыры өсөн роботлаштырылған ферма төҙөү буйынса өҫтөнлөклө инвестицион проектты тормошҡа ашырыуға былтыр тотонғандар.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас