Бөтә яңылыҡтар
10
Иҡтисад
18 Март , 16:20

“Росагролизинг“ аша техника һатып алыу күләме буйынса тәүге бишәү иҫәбендәбеҙ

Радий Хәбиров компанияның генераль директоры Павел Косов менән осрашты.

“Росагролизинг“ аша техника һатып алыу күләме буйынса тәүге бишәү иҫәбендәбеҙ
“Росагролизинг“ аша техника һатып алыу күләме буйынса тәүге бишәү иҫәбендәбеҙ

Осрашыу Өфөлә Агросәнәғәт форумы сиктәрендә уҙҙы. Көн тәртибендә компанияның төбәктең агросәнәғәт комплексы менән хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре ҡаралды.

Осрашыу барышында Павел Косов республиканың ауыл хужалығына инвестициялар күләменең байтаҡҡа артыуын билдәләне.

– 2024 йылда Башҡортостанға 4,6 миллиард һумға яҡын суммаға ауыл хужалығы техникаһы килтерелде. Был – 2023 йыл күрһәткестәренән 97 процентҡа күберәк. Төбәк “Росагролизинг“ аша техника һатып алыу күләме буйынса биш лидер иҫәбенә инә, – тип билдәләне Павел Косов. – Былар барыһы ла – республика етәкселегенең төбәк субсидиялары аша аграрийҙарға ярҙам итеүенең һөҙөмтәһе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең агросәнәғәт комплексының “Росагролизинг“ менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәләрен юғары баһаланы. Шуны билдәләргә кәрәк: республика компания менән 20 йылдан ашыу хеҙмәттәшлек итә. 2002 йылдан алып льготалы лизинг программаһы буйынса Башҡортостанға дөйөм суммаһы 24 миллиард һумлыҡ 5,1 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары, шулай уҡ 20,2 мең баш тоҡомло мал килтерелгән. Республика яғынан тәүге иғәнәне һәм лизинг түләүҙәрен субсидиялау ошо программаны аграрийҙар өсөн арзан һәм кәрәкле ҡоралға әйләндерә.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: