Башҡортостан аграр тармаҡты страховкалауҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, тине Өфөлә үткән агросәнәғәт форумында Агросәнәғәт комплексын страховкалаусыларҙың берҙәм ойошмаһы президенты Корней Биждов.
Әле республикала 440 мең самаһы гектар сәсеү майҙансыҡтары страховкаланған. “Был йәһәттән Башҡортостан ил төбәктәренең тәүге унау исемлегендә. Ауыл хужалығы малдарын страховкалау буйынса – топ-15 араһында. Был агросәнәғәт комплексының хәүефһеҙлегенә йүнәлтелгән етди күрһәткес”, – тине Корней Биждов.
Былтыр ғына республика аграрийҙары 160 миллион һумлыҡ страховка түләүҙәре алған, уның 140 миллионы – ерҙең артыҡ дымланыуы буйынса ғәҙәттән тыш хәл программаһына ярашлы.
“Бөгөн беҙ республика Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре менән сығымдарҙы яйлау үҙенсәлектәре, страховка тағы ла йоғонтолораҡ булһын өсөн ниҙәр эшләү мөһимлеге хаҡында фекер алыштыҡ, – тине Корней Биждов. – Былтыр илдең үҙәк һәм көньяҡ төбәктәрендәге ҡырауҙар ауыл хужалығына һиҙелерлек зыян килтерҙе. Ғөмүмән, уҙған йылдағы барлыҡ страховка түләүҙәре агроклимат торошоноң эҙемтәләренә бәйле. Аграрий ошондай ярҙамды иң кәрәкле ваҡытта алһа, уның ауыл хужалығын страховкалауға мөнәсәбәте яҡшы була”.
Фото: "Башинформ".