Бөтә яңылыҡтар
10
Иҡтисад
19 Март , 15:55

"Ауыл хужалығын үҫтерә алмайбыҙ"

Эксперт Луис Гоуэнд ниндәй фекерҙә?

"Ауыл хужалығын үҫтерә алмайбыҙ"
"Ауыл хужалығын үҫтерә алмайбыҙ"

Рәсәй Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы “Рәсәй – Африка” хеҙмәттәшлек буйынса совет эксперты Луис Гоуэнд Өфөлә барған “АгроКомплекс” форумының киңлегенә һоҡланыуын белдерҙе.

– Был хәтлем мауыҡтырғыстыр тип уйламағайным, – ти ул. – Мин бында аграр тармаҡта хеҙмәттәшлек итеү өсөн партнерҙар табырға килдем. Африка ауыл хужалығын үҫтереүгә ҙур ихтыяж кисерә: климат шарттары яҡшы булыуға ҡарамаҫтан, һаман да үҙебеҙҙе туҡландыра алмайбыҙ. Был аграр технологиялар йәһәтенән артта ҡалыуыбыҙға бәйле.

Тармаҡты автоматлаштырыу, заманса машиналар, ҡорамалдар кәрәк. Өфөләге күргәҙмәлә беҙ мохтажлыҡ кисергән бөтә нәмә бар. Бында үҙ-ара отошло хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлек киң. Беҙҙең алда ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өлкәһендә бәйләнештәр булдырыу бурысы тора.

Фото: "Республика Башкортостан" гәзите. 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: