Иҡтисад
19 Март 2025, 03:25

Ҡымыҙ, буҙа эсергә килегеҙ!

300 баштан ашыу йылҡы малы аҫрайҙар. Уларға ярҙам да иткәндәр. Кем?

Ҡымыҙ, буҙа эсергә килегеҙ!Ҡымыҙ, буҙа эсергә килегеҙ!
Ҡымыҙ, буҙа эсергә килегеҙ!

Әлшәй районында һуңғы йылдарҙа йылҡы һаны һиҙелерлек артты. Шәхси хужалыҡтарҙа, фермер һәм ауыл хужалығы предприятиеларында бөгөн 3300-ҙән ашыу йылҡы аҫрала. Шулай уҡ ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнергә теләүселәр ҙә арта, тип хәбәр итә “Әлшәй хәбәрҙәре”.

 Былтыр районда 5700 центнерҙан ашыу ҡымыҙ етештерелгән. Иң күп етештереүселәрҙең береһе фермер Руслан Ахунов, уның хужалығы йылына 960 центнер файҙалы эсемлек етештерә. Фидан Әхмәтйәнов, Нәфис Мостафин һәм Илгиз Заһретдинов та унан аҙға ғына ҡалыша. Сифатлы ҡымыҙҙы шифахана-курорт учреждениелары, балалар һауыҡтырыу лагерҙары, кафелар, сауҙа селтәре ҙур теләк менән һатып ала. Әлшәйҙәр республикала үткән ҡымыҙсылар конкурсында өс тапҡыр еңеү яуланы, өс тапҡыр икенсе урынға лайыҡ булды һәм бер тапҡыр  өсөнсө урынға сыҡты.

Республиканың иң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәре иҫәбенә фермерҙар Рима һәм Нәфис Мостафиндар инә. Былтыр 18-се республика конкурсында улар икенсе урынды яулаған. Йылҡысылыҡ менән фермерҙар 20 йылдан ашыу шөғөлләнә, хужалыҡта 300-ҙән ашыу йылҡы аҫрала. Ғаилә эшен киңәйтеүҙә уларға “Ғаилә фермаһы” төбәк программаһы ярҙам иткән. Мостафиндар 2019 йылда биш миллион 600 мең һум күләмендә грант алған һәм йылҡы һанын арттырған. Хәҙер фермерҙар ҡымыҙҙан тыш, буҙа етештереүгә тотонған.

Фото: https://vk.com/alshvesti

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас