“Рәсәй экология операторы” компанияһы етәксеһе Денис Буцаев менән осраштыҡ. Көн үҙәгендә мөһим мәсьәлә – ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә объекттар ойоштороу буйынса өс ҙур инвестиция проектын тормошҡа ашырыу.
Ошондай объектты төҙөү өсөн ярайһы етди аҙымдарҙың бер-бер артлы килеүе кәрәк: ер участкаларын файҙаланыу категорияһын үҙгәртеү, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса килешеү төҙөү, проект-смета документтарын эшләү, күп төрлө экспертизаларҙы, шул иҫәптән дәүләт экологияһы экспертизаһын үтеү кәрәк. Талаптар унда бик ҡаты.
Йыл башында Юл картаһын актуалләштерҙек. Йәйгә тиклем Краснокама һәм Дүртөйлө райондарында “төҙөлөшкә сығырға” тейешбеҙ. Өфө агломерацияһында комплекслы объект ойоштороу өсөн ер һайлана.
Объекттар масштаблы, Президент тарафынан ҡуйылған мәсьәләләргә ярашлы төҙөлә. Концессия килешеүҙәре нигеҙендә төҙөлә һәм федераль үҙәк ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Денис Петрович республикала ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеүгә юғары баһа бирҙе. Тариф эҙемтәләре буйынса ҡаты контроль аҫтында эште алып барғанлығыбыҙ һәм тарифты Рәсәйҙекенән 20 процентҡа түбәнерәк һаҡлауыбыҙҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был аҙымдарыбыҙҙың һөҙөмтәле икәнлеге тураһында һөйләй.
Һәм быға ябай һәм аңлайышлы аңлатма бар.
Бөгөн сүп-сарҙы ҡайтанан эшкәртеү тураһында етди уйланмаһаҡ, төбәк сүп-сарға туласаҡ. Беҙ бер нисә мең санкцияланмаған сүп-сар өйөмөн рекультивацияланыҡ. Улар һауаны бысрата ине һәм кешеләр һаулығына кире йоғонто яһай. Әммә сүп-сарҙы ҡайҙалыр итер кәрәк, һәм быны экология йәһәтенән атҡарыу зарур. Шуға сүп-сарҙы ҡайтанан эшкәртеү индустрияһын төҙөүгә тотондоҡ һәм был эште аҙағына тиклем еткерәсәкбеҙ”.
Фото, сығанаҡ: https://vk.com/agnazarov?z=photo555400080_457245379%2Fwall555400080_14655