Башҡортостан Рәсәйҙәге ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса ҙур программаларҙың береһен тормошҡа ашыра. Был хаҡта “Рәсәй экология операторы” компанияһы етәксеһе Денис Буцаев республика Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендәге кәңәшмәлә хәбәр итте. Бөгөн Башҡортостанда ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса концессия килешеүҙәре нигеҙендә өс килешеү тормошҡа ашырыла. Проекттар ҡеүәте йылына 600 мең тоннанан ашыу тәшкил иткән өс комплекс төҙөүҙе, файҙаланыуҙы күҙаллай.
- Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының баһалауына ҡарағанда, республика ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса “юғары тотороҡлолоҡ” зонаһында. Ағымдағы йылда Краснокама һәм Дүртөйлө райондарында объекттарҙы төҙөүҙе башлаясаҡбыҙ. Өсөнсө объект Өфө районында планлаштырыла, әле ҡулайлы ер участкаһын һайлайбыҙ, - тине Андрей Назаров.
Денис Буцаев үҙенең докладында Башҡортостандың йән башына контейнерҙар менән тәьмин итеү буйынса “йәшел зона”ла булыуын билдәләне. Һәр бер мең кешегә туғыҙ контейнер майҙансығы йәки 22 контейнер тура килә.
Сығанаҡ, фото: https://pravitelstvorb.ru/news/26355/