Ер ҡарҙан әрселә башлау менән юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡыҙыу осор башлана. Асфальт түшәү, юлдарҙы ремонтлау, соҡор-саҡырлы урындарҙы тигеҙләү һәм башҡа тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәр шуға асыҡ миҫал.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы оператив кәңәшмәлә ошо мәсьәләгә бик тә яуаплы ҡарарға ҡушты. Баҡтиһәң, юлдарҙың торошо тураһында ябай кешеләрҙән бихисап ялыуҙар килә икән. Хәйер, Радий Фәрит улы республикабыҙға етәксе итеп һайланғас та юлдарҙы шәхси ҡаты күҙәтеүе аҫтына алды. Хәҙер иһә 2018 йылға тиклемге автомобиль юлдарын бөгөнгөһө менән сағыштырып ҡараһаң, айырма ер менән күккә тиң. Әлбиттә, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр беҙҙә асыҡ күҙәтелә.
– Юлдар асыла, температура режимы ныҡ ҡатмарлы булды, бөтә юлдар ҙа тиерлек ватылып бөткән, – тине сығышында республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Ремонт эштәре менән тиҙ һәм әүҙем шөғөлләнергә кәрәк.
Башҡортостанда 2025 йылдың башынан алып, төбәк һәм муницпаль-ара әһәмиәтендәге 3,4 меңдән ашыу соҡор рәтләнгән. Шул иғтибарҙы йәлеп итә, 2019 йылдан алып ватыҡ урындарҙы ямау автоматлаштырылған контроль һәм юл инфраструктураһын планлаштырыу системалары ярҙамында (СКПДИ буйынса) алып барыла. Мәҫәлән, берәй участоктағы емерек урынды асыҡлайҙар, унан инде ошо система ярҙамында мәғлүмәтте унда индерәләр. Ҡушымтала иһә уға идентификацион һан беркетәләр, тәғәйен урынын тағы бер тапҡыр билдәләйҙәр һәм фотоға төшөрөп алалар. Асҡын районындағы "Яугилде–Щучье–Озеро", шулай уҡ "Бөрө–Таҫтүбә–Сатка" (Ҡариҙел районы), "Стәрлетамаҡ–Белорет–Магнитогорск" (Ишембай районы), "Ергән–Нордовка–Стәрлебаш" (Стәрлебаш районы) һәм башҡа республикабыҙҙағы автомобиль юлдарының тәртипкә килтерелеүе шуға асыҡ миҫал.
Шуныһы, был эштәр һауа температураһы "плюс"кә күтәрелгәнсе һыуыҡ асфальт ярҙамында башҡарыла, ә инде йылы көндәр башланыуға был алым эҫе асфальт-бетон ҡатнашмаһы алымына алмаштырыла.
Тотош Башҡортостандан айырмалы, Өфө ҡалаһында ла соҡорҙарҙы ямау йылдам бара. Мәҫәлән, был эшкә көн дә 40-ҡа яҡын кеше һәм 30 тирәһе махсус техника йәлеп ителгән.
Фото: Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.
Любовь Минакова, Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министры:
– Юлдарҙы тәртиптә тотоу – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе. Юлдарҙа хәүефһеҙлекте булдырмау маҡсатында соҡорло урындарҙы йыл әйләнәһенә рәтләйбеҙ. Һүҙ ҙә юҡ, ҡышҡыһын һыуыҡ асфальт һалабыҙ, йәйгеһен инде эҫе асфальт түшәүгә күсәбеҙ.