Республикала быйыл 20 марттан “Фермер мәктәбе” белем биреү проектында ҡатнашыуға конкурс нигеҙендә һайлап алыу башланды. Курс агробизнес өлкәһендә үҙ эшен йәйелдерергә теләгән йәштәр өсөн уҙғарыла. Ойоштороусылар – “Россельхозбанк” һәм Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.
Бындай курс хәҙер инде 11-се тапҡыр үткәрелә. Әлегеһе ҡунаҡсыллыҡ һәм агротуризм индустрияһына, йәшелсә-емештәрҙе һаҡлауға, эшкәртеүгә бағышлана. “Фермер мәктәбе” бизнесты тәү баштан һөҙөмтәле ойоштороу үҙенсәлектәренә генә өйрәтеп ҡалмай, ә тәжрибәле эшҡыуарҙарға квалификацияһын күтәреү мөмкинлеген дә бирә.
“Агросәнәғәт комплексындағы бәләкәй бизнеста төбәгебеҙ өсөн ғәҙәти булған һөтсөлөк, ит малсылығы ғына түгел, ә яңы йүнәлештәрҙең дә үҫешеүе мөһим, – ти ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Киләсәген хәстәрләгән заман фермерына аҙыҡ-түлекте һаҡлау, эшкәртеү һөнәренә лә өйрәнеү кәрәк”.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысына ярашлы булдырылған “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проекты (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) нигеҙендә ойошторолған “Фермер мәктәбе” Башҡортостан дәүләт аграр университетында өс ай барасаҡ. Конкурстың барлыҡ шарттары менән ошо һылтанма буйынса инеп танышырға мөмкин: Положение конкурса проектов для участия в образовательной программе "Школа фермера" / Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.