Бөтә яңылыҡтар
10
Иҡтисад
24 Март , 21:40

Берлектәге эш һөҙөмтәле

Күрһәткестәр ҙә ошо хаҡта һөйләй.  

Берлектәге эш һөҙөмтәле
Берлектәге эш һөҙөмтәле

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер–министр Андрей Назаров һәм төбәктең ҡануниәт йыйылышы етәксеһе Константин Толкачев рәйеслегендә республиканың Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары менән осрашыу уҙҙы. Республиканың Министрҙар кабинеты етәксеһе билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар традицияға ингән.   

 - Был йылдар эсендә бындай аралашыу форматы үҙенсәлекле парламент - Хөкүмәт клубына әүерелде. Берлектәге эштең һөҙөмтәләрен тикшереү өсөн был яҡшы майҙансыҡ. Беҙҙең маҡсат – республиканы үҫтереү, - тине Андрей Назаров.

Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев үҙенең сығышында билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар форматы уҙған йыл һөҙөмтәләрен генә тикшерергә мөмкинлек бирмәй, Хөкүмәттең преспективалы эштәре тураһында ла һөйләшеүгә юл аса.

Осрашыу барышында Андрей Назаров былтыр Башҡортостанда сәнәғәт үҫешенең 5,4 процент булыуын билдәләне. Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәр 4,6 процент тәшкил итә. Сәнәғәт өлкәһендәге үҫештә мөһим ролде эшкәтеү производствоһы уйнаны. Шулай уҡ ауыл хужалығында һәм төҙөлөштә яҡшы динамика күҙәтелә.

-Һауа торошоноң ыңғай булмауына ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы буйынса былтыр 0,8 процентҡа плюс менән сыҡтыҡ. Дөйөм алғанда илдә 3,2 процентҡа кәмеү күҙәтелде. Производство продукцияһы күләме бында 250 миллиард һумдан артып китте. Төҙөлөш өлкәһендә башҡарылған эштәр күләме ярты триллион билдәһенә етте, үҫеш 8 проценттан ашыу, - тине Андрей Назаров.  

2024 йылда 3,3 миллион квадрат метрҙа торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, был 2023 йылдың күрһәткестәренән күберәк. Бынан тыш Башҡортостанда ҡулланыусылар әүҙемлеге лә юғары кимәлдә һаҡлана.

Үҙенең докладының йомғаҡлау этабында Андрей Назаров төбәк Хөкүмәте һәм Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттар корпусының юғары кимәлдә үҙ-ара бәйләнештә эшләүен билдәләне.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: