Бөтә яңылыҡтар
10
Иҡтисад
24 Март , 20:50

Уңыштары ҡыуандыра

“Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһы былтыр етештереүҙе үҫтереүгә 750 миллион һум инвестиция һалған. 

Уңыштары ҡыуандыра
Уңыштары ҡыуандыра

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһы үҫеше мөмкинлектәре тикшерелде. Ул Мәләүез районында урынлашҡан һәм төбәктең алдынғы агропредприятиеларының береһе булып тора. Хужалыҡ үҫемлекселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә. Былтыр бында 34 мең тонна иген һәм 9 мең тонна көнбағыш йыйып алғандар.

Малсылыҡ секторында өс һөт-тауар фермаһы һәм мал һимертеү майҙансыға бар, унда 6,5 мең баш һыйыр малы тоталар. Былтыр 26 мең тонна һөт етештергәндәр, был 2023 йыл менән сағыштырғанда 4 процентҡа күберәк. Уртаса эш хаҡы 28 процентҡа артҡан һәм 87 мең һум тәшкил итә.

2024 йылда ауыл хужалығы предприятиеһына инвестициялар күләме ике тапҡырҡа тиерлек артҡан һәм 750 миллион һум тәшкил иткән. Аҡсаның ҙур өлөшө һөтсөлөк комплексын төҙөүгә һәм үҫемлекселек һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн һыу һибеү машиналарын ҡуйыуға йүнәлтелгән. Быйыл да предприятие яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итәсәк.

Шулай уҡ “Ашҡаҙар” тәүлегенә һауып алған һөт һанын 75-тән 100 тоннаға тиклем арттырырға планлаштыра. Бының өсөн һауыу залы менән яңы һыйыр һарайы төҙөйҙәр. Бынан тыш агропредприятие һөтлө малсылыҡ өсөн кадрҙар әҙерләүгә мәктәп төҙөй, бында шул иҫәптән сит ил белгестәрен дә уҡытырға ниәтләйҙәр.

– “Ашҡаҙар” һөҙөмтәле эш өлгөһө булып тора. Предприятие Европаныҡынан юғарыраҡ күрһәткестәр бирә, – тине вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Радий Хәбиров та уларҙың эшмәкәрлеген юғары баһаланы һәм ул яҡҡа юл төшкәндә барып китергә теләк белдерҙе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: