Башҡортостандың юл хеҙмәттәре төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге 9 мең километр автомобиль юлдарын (дөйөм юлдарҙың 35 проценты) тикшергән. Уларҙа 14490 дефект тапҡан һәм һанлаштырған. 4760-ын ямаған да. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков һөйләне.
Дөйөм алғанда һыуыҡ асфальтбетоны ҡатнашмаһы файҙаланып эштәрҙе 8 февралдә үк башлағандар. Ҡайнар ҡатнашма етештереү өсөн беренсе асфальтбетон заводтары 1 апрелдән эшләй башлаясаҡ.
Алдағы йылдарҙағы кеүек үк бөтә асыҡланған етешһеҙлектәрҙе юл инфраструктураһы өлкәһендәге берҙәм контроль һәм эштәрҙе планлаштырыу системаһына (СКПДИ) индерәсәктәр. Был һәр асыҡланған дефекттың статусын күҙәтеү һәм уны юҡҡа сығарыу сроктарын контролдә тотоу мөмкинлеге бирәсәк.
Әле эштәргә биш ҡала һәм 17 районда төшкәндәр. Ҡалғандар юл ҡарҙан асылыу менән һанлаштырыу эшен башлаясаҡ. Ә юлдарҙы инспекциялау һәм етешһеҙлектәрҙе һанлаштырыу эшен 1 майға тиклем тамамларға йыйыналар. Етешһеҙлектәрҙе төбәк әһәмиәтендәге трассаларҙа 1 июнгә тиклем, урындағы әһәмиәттәге юлдарҙа 15 июнгә тиклем бөтөрөү күҙаллана.
– Быйылғы ҡыш юлдар өсөн бик насар булды. Температура күрһәткестәре һикерҙе, был юлдарҙы емереүгә килтерҙе. Шуға күрә соҡорҙар ҙа күп. Шөғөлләнер эш күп. Әлеге ваҡытта министрлыҡ өсөн соҡорҙар ремонты – иң мөһим бурыс, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.