Бөтә яңылыҡтар
10
Иҡтисад
25 Март , 22:05

Хөкүмәт ағзалары эшҡыуарҙар менән осрашты

Осрашыуҙа Иглин районының 200-ҙән ашыу эшҡыуары ҡатнашты. Андрей Назаров республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ла бизнес проблемаларының оҡшаш булыуын билдәләне. 

Хөкүмәт ағзалары эшҡыуарҙар менән осрашты
Хөкүмәт ағзалары эшҡыуарҙар менән осрашты

Премьер-министр Һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары Иглин районы эшҡыуарҙары менән осрашты һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Күтәрелгән темалар иҫәбендә – бизнесты рәсмиләштереү, ярҙам саралары, ер бүлеү.

Республика муниципалитеттарында эшҡыуарҙар берләшмәһе менән осрашыуҙар циклы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы старт алды, тип иҫкә төшөрҙө Андрей Назаров. Бындай тәүге диалог бер ай элек Сибайҙа үтте.

– Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ярты миллиондан ашыу кеше эшләй. Был – 142 мең эшҡыуарлыҡ субъекты һәм төбәк иҡтисадының бик мөһим өлөшө. Был сектор индергән һалым керемдәре өстән бер өлөшкә артып, 22 миллиард һум тәшкил итә. Иглин районында ла ыңғай динамика күҙәтелә. Бер йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 11 процентҡа артҡан. Был бизнес алып барыу өсөн уңайлы мөхит тураһында һөйләй, – тип билдәләне Премьер-министр.

Иглин районында яҡынса 2500 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты бар. Уларҙың күпселеген микропредприятиелар тәшкил итә. Уларҙың өстән бер өлөшөнән ашыуы сауҙа менән шөғөлләнә, 15,4 проценты – төҙөлөш, 6 проценты – эшкәртеү производствоһы, 5,6 проценты аграр һәм урман секторын һайлаған.

Эшҡыуарҙар Премьер-министрға үҙҙәренең проекттары тураһында һөйләне, уңыштары менән уртаҡлашты һәм бизнесты үҫтереү өсөн хәл итергә кәрәкле мәсьәләләрҙе билдәләне.

Мәҫәлән, Артур Ноғоманов Иглиндә һәм Сибайҙа бәләкәй архитектура формаларын эшләү менән шөғөлләнә. Эшҡыуар билдәләүенсә, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаларында ҡатнашыу өсөн заказдарҙың күпселек өлөшөн ҡалаларҙы үҫтереү институттары проектына индергән күрше төбәктәрҙең етештереүселәре башҡара.

Андрей Назаров объектты проектлағанда Башҡортостан етештереүселәренең продукцияларына өҫтөнлөк бирергә ҡушыласаҡ, тип ышандырҙы.

Осрашыуҙа Иглин районының 200-ҙән ашыу эшҡыуары ҡатнашты. Андрей Назаров республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ла бизнес проблемаларының оҡшаш булыуын билдәләне. Урындағы идара итеү командаһының бурысы – был һорауҙарға мөмкин тиклем тиҙерәк яуап биреү, әммә күп нәмә эшҡыуарҙарҙың үҙҙәренә бәйле.

- Яңы һәм ҡыҙыҡлы идеялар һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға ихтыяр булған һәр ҡаршылыҡты еңеп сығырға мөмкин. Ә Республика Хөкүмәте һәм муниципалитет хакимиәте килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеүҙә һәр саҡ ярҙам күрһәтәсәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Министрҙар кабинеты башлығы.

Премьер-министр социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә лә әлеге сара тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

“Бөгөн беҙ Иглин районының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осраштыҡ. Район үҙәгенә Хөкүмәттең бөтә составы менән килдек. Урындағы бизнес вәкилдәре үҙ һорауҙарын биреү мөмкинлегенә эйә булды.

Бер-беребеҙҙе ишеттек. Кәрәкле мәғлүмәтте биреп еткермәүебеҙҙе аңланыҡ, бизнесҡа ул мәғлүмәт ҙур күләмдә һәм йышыраҡ кәрәк.

Ябай булмаған шарттарҙа инвестициялар буйынса ҡарарҙар ҡабул иткән, эш урындары булдырған эшҡыуарҙарға рәхмәт әйткем килә. Улар Башҡортостанды көслөрәк итә”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.

 

Хөкүмәт ағзалары эшҡыуарҙар менән осрашты
Хөкүмәт ағзалары эшҡыуарҙар менән осрашты
Хөкүмәт ағзалары эшҡыуарҙар менән осрашты
Хөкүмәт ағзалары эшҡыуарҙар менән осрашты
Хөкүмәт ағзалары эшҡыуарҙар менән осрашты
Хөкүмәт ағзалары эшҡыуарҙар менән осрашты
Хөкүмәт ағзалары эшҡыуарҙар менән осрашты
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: