Бөтә яңылыҡтар
10
Иҡтисад
26 Март , 19:30

Халыҡтың йәшәйеше яҡшыра

 Был турала Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин хәбәр итте.

Халыҡтың йәшәйеше яҡшыра
Халыҡтың йәшәйеше яҡшыра

Рәсәй Хөкүмәте 19 өр-яңы милли проектты ҡабул итте, 20-се милли проект ҡабул итергә әҙерләнә. Был турала Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин Дәүләт Думаһында Хөкүмәткә биргән отчетында хәбәр итте.

Шул иғтибарға лайыҡ, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауға, һаулыҡ һаҡлау тармағын һәм мәғариф йүнәлешен үҙгәртеп ҡороуға, бер һүҙ менән әйткәндә, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыуға бәйле алты милли проект эшләнә. Шулай уҡ иҡтисад, һанлы үҫеш, илде үҫтереүгә, Рәсәйгә туристарҙы йәлеп итеүгә лә милли проекттар әҙерләнә. Михаил Мишустин һөйләүенсә, Хөкүмәт, фәнде һәм сәнәғәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән, эре проекттар әҙерләй.

– Бөгөн беҙҙә яңы форматтағы, технологик лидерлыҡ йәһәтенән, һигеҙ проект бар, – тип һөйләй Михаил Мишустин. – Уларҙың бурысы – кешеләрҙең һаулығын һаҡлау һәм яҡшыртыу, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген нығытыу һәм башҡалар.

Әйткәндәй, Башҡортостан милли проекттар сиктәрендә алты йылда 49 төбәк проекттарында (14 милли проект составына ингән) ҡатнашты. Улар төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Финанслау күләме – 214 миллиард һумдан ашыу.

Фото: pravdapfo.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: