Бөтә яңылыҡтар
10
Иҡтисад
26 Март , 16:15

Республика брендтары “Беҙҙекеләрҙе бел“ конкурсында ҡатнаша ала

Конкурстың өсөнсө миҙгеле башланды, тип хәбәр итә Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.

Республика брендтары “Беҙҙекеләрҙе бел“ конкурсында ҡатнаша ала
Республика брендтары “Беҙҙекеләрҙе бел“ конкурсында ҡатнаша ала

Конкурсты ВЭБ.РФ ярҙамында Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Росконгресс фонды үткәрә. Ул төбәктәрҙә перспективалы Рәсәй брендтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Конкурста компаниялары тотороҡло үҫеш һәм производствоны локалләштереүҙең юғары дәрәжәһен күрһәткән бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре ҡатнаша ала. Ғаризаларҙы 15 майға тиклем идея.росконгресс.рф/brand платформаһында бирергә мөмкин, тип хәбәр итә «РБ».

Ғаризалар биш номинация буйынса ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы июлдә Түбәнге Новгородта форум сиктәрендә үтәсәк.

Былтыр конкурсҡа 12 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Еңеүселәргә булышлыҡ итеү һөҙөмтәһендә уларҙың килеме уртаса 50 процентҡа, ә ҡайһы бер компанияларҙың хатта ике-өс тапҡырға артҡан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: илебеҙ брендтары конкурсы ил Президенты ҡушыуы буйынса 2023 йылда башланғайны. Конкурс тураһында бөтә мәғлүмәтте “Беҙҙекеләрҙе бел” телеграм-каналында белергә мөмкин.

Инфографика: Фонд Росконгресс.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/ekonomika/2025-03-26/brendy-bashkirii-smogut-otlichitsya-na-konkurse-znay-nashih-4172655

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: