Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы коллегияһы ултырышында ҡатнашты.
– Министрлыҡ эшмәкәрлеге ғәмәлдә республика иҡтисадының һәм социаль өлкәһенең бөтә аспекттарына ҡағыла. Былар - инвестиция, сауҙа, мәҙәниәт һәм йәмәғәт проекттары. Башҡортостан мәнфәғәттәрен күҙәтеп, беҙ дөйөм федераль бурыстарҙы үтәүгә булышабыҙ, – тип билдәләне Андрей Назаров.
2024 йылда министрлыҡ сеймалға ҡарамаған экспорт күләме үҫешен тәьмин итеү, экспортерҙар һанын арттырыу һәм инвестициялар йәлеп итеү буйынса ҡуйылған бурыстарҙы үтәгән.
Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 2024 йылда элгәрге йыл менән сағыштырғанда 6,4 процентҡа юғарыраҡ. Экспорт һәм импорт күрһәткестәре шулай уҡ 2023 йыл менән сағыштырғанда 4,2 һәм 12,2 процентҡа үҫкән. Башҡортостан контрагенттарының тәүге тиҫтәһенә Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан, Һиндостан, Беларусь, Үҙбәкстан, Тунис, Бразилия, Гана һәм Ҡырғыҙстан инә.
– Был илдәрҙең өлөшөнә былтыр республика экспортының 77 проценты тура килде. БРИКС илдәре менән тышҡы сауҙа әйләнеше 26 процентҡа үҫте, ШОС илдәре менән 20 процентҡа тиерлек артты. Африка илдәре менән тышҡы сауҙа әйләнеше 2,6 тапҡырға, Көньяҡ Америка илдәре менән 4,9 тапҡырға үҫте, – тип өҫтәне Андрей Назаров.
Тағы ла бер өҫтөнлөклө йүнәлеш – вуз-ара студенттар кампусы эшен үҫтереүҙә белем биреү хеҙмәттәре һәм фәнни бәйләнештәр экспорты.
Агросәнәғәт – төбәк экспортының иң үҫешкән йүнәлештәренең береһе. Һуңғы алты айҙа өс миллион тоннанан ашыу продукция экспортҡа оҙатылған. Географияһы киң, 41 илде йәлеп иткән. 2030 йылға тиклем Башҡортостан алдында был күрһәткестәрҙе икеләтә арттырыу һәм яңы баҙарҙарҙы үҙләштереү тора.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.