Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда “Инвестиция сәғәте” форматында Инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда сәнәғәттәге һәм хеҙмәттәр өлкәһендәге яңы башланғыстар ҡаралды.
“Абсолют Альянс” компанияһы директоры Алим Чочаев республикала Төркиә һәм Ҡытай партнерҙары ярҙамында май экстракцияһы заводы төҙөү проектын тәҡдим итте. Проектҡа һалыуҙар күләме - ете миллиард һум тирәһе. Унда 320-нән ашыу белгес эшләйәсәк. Инвестиция комитеты башланғысты хупланы. Республика ауыл хужалығы техникаһы һәм эшкәртеү ҡорамалдары алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарасаҡ.
Башҡортостан Башлығы Иҡтисад үҫеше министрлығына инвестор менән берлектә заводты урынлаштырыу өсөн майҙан һайларға ҡушты.
Ултырышта шулай уҡ “Гарант Безопасности” компанияһы учредителе Виктория Садовникованың Октябрьскийҙа автозаправка станцияһы менән бергә күп функциялы сервис комплексы, “Газагропром” компанияһының генераль директоры Марсель Таһировтың Мәсәғүттә автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһы төҙөү проекттары хупланды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.