Бөтә яңылыҡтар
10
Иҡтисад
28 Март , 18:30

Дәүләт ярҙам итте

Йәш фермер йылҡы үрсетеүгә тотонған...

Дәүләт ярҙам итте
Дәүләт ярҙам итте

Йәш эшҡыуар Фаил Әлтәпов Илеш районы хакимиәтенә йылҡы үрсетеү буйынса  проектын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә һәм “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнаша. 2024 йылда фермер республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан грант ала. 4,5 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамына ул 14 баш йылҡы малы, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар ала.  

Фаил бәләкәйҙән аттар менән мауыға, һабантуйҙарҙа ат сабыштарын ҡарағанда был ҡыҙыҡһыныу тағы ла арта. Аҙаҡ үҙе лә ат бәйгеләрендә ҡатнаша башлай. Бөгөн фермерҙың Теләкәй ауылындағы хужалығында 36 йылҡы малы, ундан ашыу үгеҙ аҫрала. Ике тракторы, йөк автомобилдәре бар. Бынан тыш, Фаил ярыштар өсөн инглиз тоҡомло аттар үрсетеү һәм тәрбиәләү менән дә шөғөлләнә.

– “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”,  “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы, эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса төп инструменттарҙың береһе. Бындай осрашыуҙар бизнесмендарға эшлекле мөхит тыуҙырыуҙа, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә ярҙам итә, муниципалитеттарҙа иҡтисади бәйләнештәрҙе нығыта, – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың һәр эшҡыуары үҙенең бизнес-проектын муниципалитетта үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тәҡдим итә ала. Үҙ районығыҙҙың бизнес-шәрифенә мөрәжәғәт итегеҙ.

Фото: Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайтынан.

Дәүләт ярҙам итте
Дәүләт ярҙам итте
Дәүләт ярҙам итте
Дәүләт ярҙам итте
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: