Бөтә яңылыҡтар
10
Иҡтисад
28 Март , 23:30

Уңайлы шарттар булдырырға ярҙам итә

«Территорияларҙы үҫтереү фонды» асыҡ хоҡуҡи компанияһы генераль директоры урынбаҫары Владимир Тарасов эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһында булды.

Уңайлы шарттар булдырырға ярҙам итә
Уңайлы шарттар булдырырға ярҙам итә

«Территорияларҙы үҫтереү фонды» асыҡ хоҡуҡи компанияһы генераль директоры урынбаҫары Владимир Тарасов эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһында булды. Сәфәр сиктәрендә Владимир Тарасов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, профилле министрлыҡтар һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте етәкселәре менән берлектә баш ҡала инфраструктура объекттарын ҡараны. Уларҙы Территорияларҙы үҫтереү фонды операторы булған программалар буйынса төҙөйҙәр һәм реконструкциялайҙар.

Өфөлә 7-се канализация насос станцияһы реконструкциялана. Эштәр Милли именлек фонды саралары средстволары иҫәбенә льготалы займ йәлеп итеп алып барыла. Ҡорамалдарҙы алмаштырып, масштаблы модернизация насос станцияһы эшенең ышаныслылығын һәм һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ. Бөгөнгө көндә объектта эштәрҙе башҡарыу яҡынса 60 процент тәшкил итә, уларҙы быйыл декабрҙә тамамлау планлаштырыла.

Тағы бер объект - Өфөнөң Киров районындағы «Кузнецов затоны» биҫтәһендәге мәктәп. Уҡыу йорто 2 200 уҡыусыға иҫәпләнгән һәм инфраструктура бюджет кредиттары программаһы сиктәрендә төҙөлә. Был төбәктәге һәм Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәптәрҙең береһе буласаҡ. Бинаның дөйөм майҙаны 34 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Уны быйыл файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Объекттарҙы ҡарағандан һуң Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда Владимир Тарасов менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизовтың эш осрашыуы үтте. Осрашыу барышында ҡатнашыусылар федераль средстволар йәлеп итеп инфраструктура объекттарын төҙөү, артабан хеҙмәттәшлек итеү һәм республика биләмәһендә күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа фондтың ҡатнашыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

- Территорияларҙы үҫтереү фонды ярҙамында республика биләмәһендә күләмле инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу төбәкте артабан үҫтерергә һәм халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Рөстәм Ғәзизов. Осрашыу аҙағында Рөстәм Ғәзизов Башҡортостан Хөкүмәте яғынан үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләрҙе үтәргә әҙер булыуын һәм артабанғы берлектәге һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерҙе.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: