Көндәлек тормошта бик кәрәкле ниндәй һөнәрҙәр тураһында беләһегеҙ? Ҡайһы берҙәрен белеп бөтөрмәһәк тә, слесарь-сантехниктарҙың ниндәй кәрәкле һөнәр эйәһе икәнлеген белмәгән бер кем юҡтыр. Өйҙәге уңайлылыҡ, йылылыҡ, крандарҙан һыуҙың даими ағып тороуы, канализацияның төҙөклөгө, сантехниканың яҡшы эшләүе уларҙың хеҙмәтенә бәйләнгән. Ошо һөнәр эйәләренең береһе Александр Ададуров Стәрлетамаҡтағы “Прибрежный” йорт идараһында эшләй, тип яҙа "Стерлитамакский рабочий".
– Һөнәрем бик оҡшай, сөнки практикала һөнәрҙең бөтә нескәлектәрен өйрәнеү мөмкинлеге бар, карьера үҫешенә, юғары белем алыуға ҙур аҙым тип иҫәпләйем профессиямды.
“Ауыр түгелме?”– тигән һорауға егет былай тип яуапланы: “Иң ҡыйыны – слесарь ярҙамына мохтаж кешеләр менән аралашыу. Сантехник эштәрҙе профессиональ белемгә һәм күнекмәләргә таянып башҡараһың, ә клиенттар менән эшләү өсөн тимер нервылар һәм эске ныҡлыҡ кәрәк. Ҡатмарлы хәлдәр йыш була, әммә асыуланышыу, әрләшеү өсөн ваҡыт ҡалмай, уның кәрәге лә юҡ, тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килеүе арыта.
Эш көнө оперативканан башлана. Башҡарылған эште телефонға төшөрөп, дөйөм чатҡа ебәрәбеҙ, эш телефонына халыҡтан заявкалар килә. Подвал һәм сарҙаҡтар торошон тикшерәбеҙ. Буш ваҡытта иптәштәр менән нард уйнайбыҙ, телевизор ҡарайбыҙ, көн дауамында нимә эшләгәнбеҙ – уртаҡлашабыҙ. Эш көнө оперативка менән тамамлана. Дежур слесарь төнгөлөккә эшкә ҡала. Авариялар булыуы ихтимал бит. Торбалар иҫкелеге – төп сәбәп. Ҡайһы берәүҙәр өйҙәрендә сантехник ҡорамалдарҙы үҙ белдеге менән урынлаштыра. Тик мастерға ышанып тапшырырға кәрәк ул эштәрҙе. Сантехниканы эксплуатациялауҙы боҙоу – иң йыш осраған сәбәптәрҙең береһе.
Мин үҙемдең хеҙмәтемдә кешеләрҙең слесаргә булған мөнәсәбәтен үҙгәртергә теләр инем. Икенсенән, уларҙың эш шарттарын яҡшыртыр инем, шул саҡта беҙҙең профессияны үҙләштерергә теләгән йәштәр артыр ине.Әлеге көндә элекке “ҡарт гвардияны” алыштырырлыҡ йәш көс юҡ, –тинеАлександр.
Анастасия Ададурова фотоһы.