Иҡтисад
3 Апрель 2025, 13:45

Радий Хәбиров “Аркстал” компанияһында булды

Компания 2021 йылдан төҙөлөш өсөн декоратив металл ҡоролмалар сығара.

Радий Хәбиров “Аркстал” компанияһында булдыРадий Хәбиров “Аркстал” компанияһында булды
Радий Хәбиров “Аркстал” компанияһында булды

3 апрель Благовещенда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Аркстал” компанияһында булды (“БашГрупп” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһына инә). Предприятие йылдам үҫешеүсе биләмәләр резиденты статусын алған, ул һалым преференстары алырға мөмкинлек бирә.

Компания 2021 йылдан төҙөлөш өсөн декоратив металл ҡоролмалар сығара.

“Аркстал”-дың продукцияһын Өфөнөң Көрәш һарайын, Вуз-ара студенттар кампусын, Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәген төҙөгәндә лә, шулай уҡ “Өфө” халыҡ-ара аэропортын, “Башҡортостан” ҡунаҡһанаһын реконструкциялағанда ла ҡулланғандар. Предприятие тауарҙарына Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, яҡын сит илдәрҙә лә ихтыяж бар.

Башҡортостан Башлығы цехтарҙы һәм әҙер продукция келәтен ҡараны.   Производство линияһында заманса ҡорамалдар – 30 тоннаға тиклем баҫым көсө булған бөгөү станогы, металл изделиеларҙы буяуҙың ярым автомат комплексы, шулай уҡ лазер комплексы, автомат ҡорос йәйеүсе станок ҡуйылған. Предприятие директоры Роман Куклин проектҡа 81 миллион һум инвестицияланыуы тураһында һөйләне, ә дөйөм 105,1 миллион һум һалынған. Бында 40 кеше эшләй, яңы эш урындары булдырыу ҙа планлаштырыла.

Радий Хәбиров компания Благовещен иҡтисадының реаль секторын үҫтереүгә булышлыҡ итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- “Аркстал” – уникаль предприятие. Бында ҙур күләмдә интерьер өсөн, декоратив биҙәү әйберҙәре сығаралар. Афариндар, улар үҙ проекттары менән күптән республиканан ситкә сыҡты – Төмән, Минераль Һыуҙарҙағы аэропортты биҙәкләйҙәр. Яҡшы эшләйҙәр, - тине төбәк етәксеһе.

Башҡортостан Башлығы республикалағы йылдам үҫеш биләмәләре араһында Благовещен алдынғы урындарҙы биләүен билдәләне.

Мәғлүмәт: https://glavarb.ru/ru/news/event/radiy-habirov-posetil-kompaniyu-arkstal-v-blagoveshchenske-75257/

Фото: "Башинформ".

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас