Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “ОДК-УМПО” майҙансығында яңы газ ҡыуҙырыу двигателен һынауҙы ҡараны.
Был двигатель – 25 МВт ҡеүәтле АП-41СТ газ турбинаһы двигателенең икенсе тәжрибә өлгөһө. Агрегаттты мотор эшләүселәр берекмәһе белгестәре “Газпром” йәмғиәте заказы буйынса әҙерләгән. Уның тәүге өлгөһө заводта һынау үткән һәм газ ҡыуҙырыусы компрессор станцияларының береһенә бирелгән дә инде.
Башҡортостан Башлығы яңы двигателдең мөмкинлектәре менән танышты, “ОДК-УМПО” берекмәһенең идарасы директоры Евгений Семивеличенко яңы быуын двигателенең үҙенсәлектәрен аңлатты.
“Беҙҙең өсөн республиканың, “Газпром”дың һәм “ОДК-УМПО”ның мәнфәғәттәрен берләштереүгә өлгәшеү бик мөһим. Бөгөн ошо сәнәғәт кооперацияһының һәйбәт һөҙөмтәләрен күрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Яңы двигателгә заказдар күберәк булһын өсөн “Газпром” менән хеҙмәттәшлекте дауам итәсәкбеҙ”.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.