Иҡтисад
7 Апреля 2025, 09:30

“Алға” – тотороҡло үҫеш майҙаны

Рәсәйҙең кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар кластеры Башҡортостанды йәмәғәт капиталын апробациялау буйынса пилот төбәктәре исемлегенә индерергә тәҡдим итте.

“Алға” – тотороҡло үҫеш майҙаны“Алға” – тотороҡло үҫеш майҙаны
“Алға” – тотороҡло үҫеш майҙаны

Был тәҡдим республикалағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһының тотороҡло үҫеш принциптарын ғәмәлгә ашырыу буйынса иң йоғонтоло сәнәғәт майҙандарының береһе булып танылыуына нигеҙләнә. Ошо турала “Йәмәғәт капиталы” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының методология буйынса советы кәңәшмәһендә әйтелде.

“Беҙҙә инфраструктура майҙансыҡтарында ESG-сәйәсәт алып барыу тәжриәбе ҙур. 2022 йылда Рәсәйҙә беренсе булып асыҡ кимәлдә үҙебеҙҙең  финанс булмаған отчетты баҫып сығарҙыҡ. Был инвесторҙар яғынан беҙгә ҡарата ышанысты байтаҡҡа арттырҙы. Яңы стандарт йоғонтоно тағы ла арттырасаҡ”, – тине “Алға” махсус иҡтисады зонаһына идара иткән Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль дирекоры  Наил Ғәббәсов.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас