8 апрелдә Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһының бал ҡорттары ауырыуҙарын, ҡортсоларҙың балын тикшереү маҡсатындағы күсмә мобиль ҡабул итеүҙәре башланды. Республикабыҙҙа бындай сара етенсе йыл уҙғарыла.
Лаборатория тәүге көндә Бөрйәндә булды, ошо райондың, шулай уҡ Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ ҡортсоларының материалдарын ҡабул итте. Иртәгә – Күгәрсендә, 11 апрелдә Әлшәйҙә һ.б. эшләйәсәк.
Ветеринария лабораторияһы бал ҡорттарының вирус, инвазион, бактериаль инфекциялы сирҙәренә тикшереү үткәрә. Умарталыҡтың паспортын да алып килергә кәрәк. Әҙер һөҙөмтәләр ун көн арауығында Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһы филиалдарында йәки ветеринар станцияларҙа биреләсәк.
Шуныһы мөһим, быйыл, дәүләт йөкләмәһенә ярашлы, тикшереү бушлай уҙғарыла. Мобиль лаборатория райондарҙа 22 апрелгә ҡәҙәр эшләй.
Булат Тимерғәлиев фотолары.