Иҡтисад
14 Апрель 2025, 16:45

Өфө төҙөкләнә, ҡупшылана

Коммунистик урамда Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл ҡуйыла, Театр һәм Ферин урамдары яңыра... Тағы ниндәй эштәр планға алынған?  

Өфө төҙөкләнә, ҡупшыланаӨфө төҙөкләнә, ҡупшылана
Өфө төҙөкләнә, ҡупшылана

Бөгөн, 14 апрелдә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Йәмәғәт киңлектәре сәғәте» форматында сираттағы тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда Өфө урамдарын һәм парк зоналарын төҙөкләндереү мәсьәләһен тикшерҙеләр, шулай уҡ уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй иң яҡшы проекттар конкурсында еңеү яулаған тораҡ пункттар тураһында ла һүҙ барҙы.

Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡаланың йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү буйынса эштәр барышы хаҡында һөйләне. 2025 йылда Өфөлә Ленин исемендәге паркты реконструкциялау планлаштырыла – унда фонтандар, яҡтыртыу ҡорамалдары яңыртыла, бәләкәй архитектура формалары, медиаүҙәк ҡуйыла һәм амфитеатр, сәхнә, уйын ҡорамалдары һәм әүһәләйҙәр менән интерактив майҙансыҡ йыһазландырыла.

Коммунистик урамда Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл ҡуйыу һәм эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү планлаштырыла. Унда гранит плитәләр һалыу, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыу, газондар, ял итеү урындары булдырыу күҙаллана. Шулай уҡ Театр урамын реконструкцияланасаҡ. Проектҡа ярашлы, бында заманса сәнғәт галереяһы, амфитеатр, бәләкәй архитектура формалары булдырыласаҡ. Бынан тыш, республиканың баш ҡалаһында Ферин урамын яңыртыу планға алынған. Проект Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең 100 йыллығына арнала.   

Коммунистик урамда, республика Яҙыусылар союзы йорто эргәһендә, «Өфө йүкәләре» скверын төҙөкләндерәләр. Кәңәшмәлә ҡала урамдарының тротуарҙарын ремонтлау мәсьәләһе лә ҡаралды. 2025 йылда Өфөлә урам-юл селтәренең биш участкаһын яңыртыу планлаштырыла.

Башҡортостан Башлығы хакимиәткә Өфөнөң бөтә ҡала проекттары буйынса аныҡ эш планын әҙерләргә ҡушты.

Сығанаҡ: glavarb.ru

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас